-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәр һайлағанда
21 Апрель 2021, 16:40

Кем ул урбанист?

Ҡолаҡҡа ятмаған яңы һүҙ ишеткәнегеҙ бармы? Кем ул урбанист, ә ни өсөн кәрәк, архитекторҙан нимәһе менән айырыла?

Урбанист – ул ҡала буйынса белгес, ә ҡала - ҙур аҡыллы организм кеүек. Был һөнәр эйәһе - ҡаланы заманса һәм технологик итеп, тарихи йөҙөн дә һаҡлап ҡала белергә лә тейешле кеше. Мәҫәлән, иртәнге сәғәттәге тығындарҙы, экологик яҡтан таҙа булһын өсөн нисек ярҙам итергә тигән кеүек мәсьәләләрҙе хәл итергә бурыслы. Әммә шәп урбанист проблемаларҙы ғына тапмай, ә ҡаланың үҙенсәлекле ҡиәфәтен булдырыуҙа ла мөһим эш алып бара. Бының миҫалы – Бразилияның архитекторы һәм инженер Жайме Лернер. Ул 12 йыл эсендә Куритабаны планетаның иң экологик таҙа ҡалаларының береһенә әйләндерә. Унда кешеләр музейға барған кеүек экскурсияға йөрөй.
Урбанист – күп төрлө һөнәрҙәргә эйә булған кеше: иҡтисадсы, социолог, архитектор һәм, әлбиттә, транспорт менән эш итеүҙе лә яҡшы аңлаусы. Һәр йүнәлештә лә оҫта белгес булмаһа ла, ҡала менән бер телдә һөйләшә белеү уның төп бурысы. Икенсе төрлө ҡаланың дирижёры, тип әйтһәк тә була. Әгәр ҙә архитектор, мин һалған бина был ерҙә килешлеме икән, тип тулҡынлана икән, урбанист быны күрә белеп, тышҡы ҡиәфәтенән алып иҡтисади күрһәткестәргә тиклем нисек яҙылыуы хаҡында уйлап, еренә еткерергә тейеш. Шуға күрә ул проектлау эшендә ҡатнаша, план әҙерләй, килешеү төҙөй, күрһәткестәрҙе сағыштырып күрһәтеп, башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша. Шулай итеп, урбанист бөгөнгө көндә ихтыяжлы һөнәрҙәрҙең береһе булып та һанала әле.
Фото: domananeve.ru
Читайте нас: