+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Йыуғыстар бәйләй

Бәйләгән йыуғыстарының ниндәй генәһе юҡ!

Йыуғыстар бәйләй
Йыуғыстар бәйләй

Исемдәр яҙылғаны ла, «Өс бесәй», «Тачкалар» йәнһүрәтенән эшләнгәндәре лә, уйынсыҡ кеүектәре лә... Бар ҡул эштәре күҙҙең яуын алырлыҡ, һоҡланғыс!
Ғафури районының Сәйетбаба ауылынан Әлиә Мәхәмәҙи ҡыҙы Ғәликәева йыуғыс бәйләргә интернет селтәре аша өйрәнеп алған. Әле был эш менән булышыуына ике йыл була инде. Кешеләрҙең заказын да үтәй. Үҙҙәре йәшәгән төбәктән генә түгел, баш­ҡа яҡтарҙан да бәйләтеп алалар.
– Йыуғыстарҙы 3 – 3,5 миллиметр үлсәмле ырғаҡ менән пропилен ептән бәйләйем. Башта интернеттағы схема буйынса эшләй инем. Оҫтарып алғас, үҙемдекен уйлап таптым.
Кескәйҙәргә бигерәк тә уйынсыҡ, йәнһүрәт итеп бәйләнгән йыуғыстар оҡшай. Киләсәктә «Лунтик һәм уның дуҫтары» йән­һүрәтенең геройҙарын да бәйләп ҡарарға теләйем, – ти оҫта әсәй.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.

Йыуғыстар бәйләй
Йыуғыстар бәйләй
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: