+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Зөһрә апай дәрестәре

Зөһрә апай остаздар араһында һәр балаға айырым иғтибар бүлә белеүе менән айырылып тора.

Зөһрә апай дәрестәре
Зөһрә апай дәрестәре

Хаттар яҙыу, кәңәштәр биреү, йүнләтеү бер булһа, ул һәр йәш хәбәрсеһенең шәхси тормошон, ғаиләһен белеп, артабан да уның яҙмышын күҙ уңынан ысҡындырмай. Үҙемдән генә әйтәм. VIII синыфта уҡып йөрөгәнемдә Зөһрә апай беҙҙең мәктәпкә, өйгә килде (Шишмә районы, Сыуалкип ауылы), «Башҡортостан пионеры»нда минең турала мәҡәлә яҙып баҫтырҙы. Шулай ҡанатландыра, үҫтерә белде ул беҙҙе. Һөнәр һайлау ваҡыты еткәс, Дондағы Ростов ҡалаһына, университеттың журналистика факультетына димләне. Юғары белем алып, урау-урау юлдарҙан журналистикаға кире ҡайтҡас, үҙемдән дә нығыраҡ ул шатланды.

Журналислыҡ Зөһрә апайҙың ҡанында, булмышында. «Бай баҡса» тап­шырыуын бергәләп эшләгән йылдарҙа, ниндәй генә районға, ауылға бармайыҡ, ул блокнотында мотлаҡ ике-өс мәҡәләлек материал алып ҡайта. Тапшырыу төшөргән арала, яңы геройҙар таба, улар менән аралашып өлгөрә, һәр буш минутын эш өсөн файҙалана. Ә «Бай баҡса»ға герой­ҙар табыуы – үҙе бер оҫталыҡ. Икешәр-өсәр сәғәт телефонда ултырып, таныш-белештәре аша әллә күпме ҡыҙыҡлы темалар тәҡдим итә.
Ә ниндәй хәстәрлекле әсәй, ҡатын ул. Командировкаларҙа күҙәтә йөрөнөм, инде башлы-күҙле булған улына көнөнә әллә нисә шылтырата, хәлдәрен белә, кәңәштәрен бирә. Дуҫтарын-туғандарын да иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Тормош иптәше Нияз ағайҙы ла хәстәрләп йәшәне.
Зөһрә апайҙың үҙ баҡсаһында үҫтергән емеш-еләген, ауыҙ итегеҙ, тип өләшеп йөрөүен беләбеҙ. Баҡсаңа ултырт, тип ят сәскә-үҫемлектәрен дә күтәреп килер. Күңел йомартлығынан килә был.
Зөһрә апайҙың шиғыр-мәҡәләләрен бер кемдеке менән дә бутап булмай. Уларҙа – ябай бөйөклөк! Һәр кемгә таныш хис-кисерештәр шул тиклем ябай, әммә сәнғәтсә оҫта итеп бирелгән. Талантын, тәжрибәһен, күңел йылыһын йомарт өләшкән остазыбыҙға юғарынан тейешле иғтибарҙың булмауы ғына йөрәкте өйкәй ине. Ниһайәт, бик күп атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәр, премиялар лауреаттары тәрбиәләгән остаз үҙе юғары журналистика баһаһына лайыҡ булды. Бәлки, тура һүҙлелеге, көрәшсән булмышы ла ҡамасаулағандыр.
Зөһрә апай журналистикаға, әҙәбиәткә тоғролоғо, әүҙемлеге менән бөгөн дә һәр уҡыусыһына өлгө булып ҡала. Рәхмәт һиңә, Остазыбыҙ!

Рәйсә АБДУЛЛИНА (ҠАЗБУЛАТОВА),
Башҡортостан юлдаш телевидениеһының нәфис тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: