+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Әсәйем менән ғорурланам

Белемле, көслө рухлы, талапсан һәм изге күңелле, балалар яратҡан кешеләр генә уҡытыусы була алалыр.

Әсәйем  менән ғорурланам
Әсәйем менән ғорурланам

Минең әсәйем Ләйсән Хөснитдин ҡыҙы, бына 20 йыл ин­де мәктәптә уҡыта. Ул БДУ-ның Сибай инс­ти­ту­тын тамамлаған, әлеге ваҡытта Фатима Мостафина исемендәге 20-се баш­ҡорт гимназияһында эшләп йөрөй. Эше бик ауыр булһа ла, бер ҙә зарланмай. Үҙен уҡыусылары бик ярата. Ҡәҙерлебеҙ беҙгә генә түгел, үҙе белем биргән ҡыҙҙарға, малайҙарға ла әсәй кеүек. Уларҙы һәр саҡ ҡурсалап ҡына тора. Әсәйем уҡытҡан балалар араһында район, республика кимәлендә олимпиада, конкурс еңеүселәре лә бар.
Мин уның менән ғорурланам һәм үҙен бик яратам. Әсәйемә һәм бөтә уҡытыусыларға ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, тырыш уҡыусылар теләйем. Һеҙҙең һалған көсөгөҙ бушҡа китмәҫ, беҙ һынатмаҫҡа тырышырбыҙ. Байрамығыҙ менән!

Ильяс КӨМӨШБАЕВ, IX синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге
1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: