+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Эшкә өйрәнеп үҫә

Ирхан ТАҺИРОВ – Баймаҡ районы Аҡморон мәктәбенең III синыф уҡыусыһы.

Эшкә өйрәнеп үҫә
Эшкә өйрәнеп үҫә

Йәйге каникул ваҡыттарын һағынып иҫкә ала ул. Рәхәтләнеп ял да иткән, эшкә лә өлгөргән. Ата-әсәһе өйҙә юҡ саҡта йорттарына күҙ-ҡолаҡ була. Өлкәндәр әйтеп киткән эште онотмай, ихлас башҡарған. Тик ҡайһы ваҡыт эте Ыласынды ғына ашатырға онотоп ҡуя торғайны.
Быйыл өләсәһе йәйләүҙә бейә һауған. Бында Ирхандың ярҙамы бигерәк ҙур булған. Өләсәһе ейәнен маҡтап:
– Улымдың үҫкәне башҡарған эшендә сағыла. Йәйләүҙә йәй буйы эргәмдә йөрөнө. Йылҡы малы ла үҙен әллә ҡайҙан танып тора. Әлдә генә эргәмдә булды, ишекте асып, аттарҙы тиҙ генә урындарына ҡыуып тороуы ла – ҙур эш бит, – ти.
Яныңда ярҙамсың булыуы һәйбәт инде. Өләсәһенең көтөүсеһе ҡапыл эштән киткәс, бер ҙә юғалып ҡалмағандар. Улар икәүләп йылҡы малын көткән. Өләсәһе лә бик шәп бит әле. Ҡайһы ваҡыт алмаш-тилмәш һыбай ҙа, велосипед һәм еңел машина менән дә көткәндәр. Улай ғына түгел, Ирхан әҙер булған ҡымыҙҙы Баймаҡҡа алып барып һатышҡан да.
Баҙарҙан ҡайтҡас, ҡолондарына һыу ташып эсерешә, һоло һала. Буш һауыттарға һыу тултырыша, сөнки ул тирәлә быуа булмағас, флягалағы һыуҙы машина менән килтерәләр.
Быйылғы йәй ныҡ эҫе булды. Шуға ҡарамаҫтан Ирхан өләсәһенә үҙе теләп, ихлас ярҙам иткән. Әлбиттә, ейәнен ҡыуандырып, ҡәҙерлеһе лә аҡсалата бүләк эшләгән.
Маладис, Ирхан! Эшләгәнең – кешегә, өйрәнгәнең – үҙеңә, тиҙәр бит.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: