-2 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Шыршы ҡупшы кейенгән...

Шыршы биҙәр өсөн хәҙер һатыуҙа ниндәй генә уйынсыҡтар юҡ! Йәнең теләгәнде табырға була. Ә арағыҙҙа үҙ ҡулдары менән шыршы биҙәүестәре эшләүселәр бармы икән?

Шыршы ҡупшы кейенгән...
Шыршы ҡупшы кейенгән...

Минеңсә, үҙ ҡулдарың менән эшләнгән уйынсыҡ күпкә матурыраҡ та, үҙенсәлекле лә күренә. Бөгөн һеҙгә иң ябай һәм тиҙ генә эшләнә торған ысулды өйрәтмәксебеҙ.

Өйөгөҙҙә янған, иҫке лампочкалар бар икән, ташларға ашыҡмағыҙ. Унан бик матур шыршы уйынсығы эшләргә мөмкин.

Буш һауытҡа төрлө төҫтәге ҡоро ялтырауыҡтарҙы һалырға, төҫтәрен үҙегеҙ һайлағыҙ. Сағыуыраҡ булған һайын яҡшыраҡ. Лампочканы елем менән буярға. Шунан уны ялтырауыҡлы һауытҡа һалып, әйләндерергә, йәғни ялтырауыҡтарҙы йәбештерергә. Ҡалаҡ ярҙамында һибергә лә мөмкин. Кипкәндән һуң, лента тағып, шыршығы элергә лә була.

Лампочканы акрил буяу ярҙамында буяп, кипкәндән һуң төрлө стразиктар, таҫмалар, әҙер наклейкалар менән йәбештерергә лә була. Был инде һәр кемдең фантазияһынан тора.

Фото:https://yandex.ru/images/

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: