+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Йыл хужаһын эшләгәндәр

Күмертауҙағы 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһының VI һәм VIII синыф ҡыҙҙары ла Юлбарыҫ йылы килеүен ашҡынып көтә. Ана бит, йыл хужаһының үҙен тегеп, бәйләп, хатта һүрәтен дә төшөрөп ҡуйғандар!

Йыл хужаһын эшләгәндәр
Йыл хужаһын эшләгәндәр

– Йыл хужаһын эшләп, төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашабыҙ. Уҙған йыл ҡыҙҙарыбыҙ «Ҡар бабай» халыҡ-ара, «Тере йыл символы» ҡала кимәлендәге бәйгеләрҙә призлы урындар яуланы. Ҡул эше менән булышҡан балаларҙың уй-фекерләүе яҡшыра, матур итеп уҡыйҙар ҙа, – ти алтынсы синыфтарҙың тәрбиәселәре Гөлназ Ғиззәт ҡыҙы Кәшәфетдинова.
VIII синыфтарҙың тәрбиәселәре, был белем усағында 26 йыл эшләгән Гүзәл Ғәли ҡыҙы Фәрхетдинова:
– Яңы йылға әҙерлек ҡыҙыу бара. Уҡыусыларым ырғаҡ менән юлбарыҫ бәйләй, һүрәтен дә төшөрә. Беҙ бер конкурстан да ситтә ҡалмайбыҙ, – ти.
Ҡулдарығыҙҙан ҡыуанығыҙ, ҡыҙҙар!

Г. ФАКИЛОВА.
Күмертау ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: