+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бүлмәбеҙгә тәмле еҫтәр таралды

Гимназиябыҙҙың IV синыф уҡыусылары республикабыҙҙа үткәрелгән «Минең милли аш-һыуым» тигән флешмобҡа ҡушылып, ял көндәрендә әсәй, апай, өләсәйҙәре менән халҡыбыҙҙың төрлө ризыҡтарын әҙерләне.

Бүлмәбеҙгә тәмле еҫтәр таралды
Бүлмәбеҙгә тәмле еҫтәр таралды

Һәр уҡыусы эш барышы этаптарын фотоға төшөрөп, һөйләргә әҙерләнеп килде.
Беҙҙә үҙенсәлекле технология дәресе үтте. Был көндө синыф бүлмәһе тәмле еҫтәргә тулды. Һәр уҡыусы үҙе әҙерләгән ризыҡ менән таныштыр­ҙы. Өҫтәлгә бауыр­һаҡ, бәрәмәс, сәксәк, ваҡ бәлеш, бәлеш, ҡоймаҡ, ҡыҫтыбый, өсбосмаҡ, йыуаса, гөбәҙиә кеүек телде йоторлоҡ милли ризыҡтар теҙелде. Уларҙың һәр береһе тураһында һөйләшеп алғас, күмәкләшеп тәмләп сәй эсеү бигерәк тә күңелле булды.
Буш ваҡыттары аҙ булыуға ҡарамаҫтан, балаларға ихлас ярҙам итеп, милли ризыҡтарыбыҙға һөйөү һәм ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләргә булышлыҡ иткән өсөн атай-әсәйҙәргә, өләсәй-олатайҙарға оло рәхмәтемде белдерәм.

Розалиә ЙӘЛИЛОВА, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы, Талбазы башҡорт гимназияһы.

Бүлмәбеҙгә тәмле еҫтәр таралды
Бүлмәбеҙгә тәмле еҫтәр таралды
Бүлмәбеҙгә тәмле еҫтәр таралды
Бүлмәбеҙгә тәмле еҫтәр таралды
Бүлмәбеҙгә тәмле еҫтәр таралды
Бүлмәбеҙгә тәмле еҫтәр таралды
Бүлмәбеҙгә тәмле еҫтәр таралды
Бүлмәбеҙгә тәмле еҫтәр таралды
Бүлмәбеҙгә тәмле еҫтәр таралды
Бүлмәбеҙгә тәмле еҫтәр таралды
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: