+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Сыбыртҡыһы ҡулында шартлап тора

Күпләп мал, ат тотҡан халҡыбыҙ элек-электән сыбыртҡы, дилбегә, йүгән үреү менән дә шөғөлләнгән. Был эштә көс, таһыллыҡ, сабырлыҡ кәрәк. Беҙҙең ауылда ла ошо кәсепте үҙ итеүселәр бихисап булған. Ағайҙар кистәрен бер-береһенә йөрөшөп, сы­быртҡы, ҡамсы, дилбегә, йүгән үргәндәр, бер-береһенән эшкә өйрәнгәндәр. Әлбиттә, ул мәлдә иҫке, тотонолған комбайн ҡайыштары бик йәтеш булған. Уларҙы ағайҙар ҡап-ҡара итеп ялтыратып, дегет менән буяп алған.

Сыбыртҡыһы ҡулында шартлап тора
Сыбыртҡыһы ҡулында шартлап тора

2020 йылдың ҡышҡы каникулында Илнар Ғәлиуллин да сыбыртҡы үреү менән ҡыҙыҡһына башлай. Ауылда бесән төргәктәренең шпагаттарын йыйып алып ҡайтып, шуларҙы ҡуллана ул.
– Сыбыртҡы үрергә интернеттан видео­лар ҡарап өйрәндем. Төрлө-төрлө 50-ләп сыбыртҡым бар, ә иң оҙоно – 6 – 7 метр. Был – минең хобби, үҙемә оҡшай, – ти Илнар.
Уның ошо шөғөлөн иптәш малайҙары күреп, ниндәй оҙонлоҡта кәрәклеген әйтеп, заказдар бирә башлай. Илнар ҡуш ҡуллап риза була һәм эшләп тә бирә. Ҡайһы саҡ сыбыртҡыһын һатып, аҡса ла эшләй. Төрлө төҫлө шпагат ептәрҙән дә матурлап үреп ҡуя. Хәҙер ул оҫтарған инде. Әле үҙенә тимер сынйырҙан 4 метрлыҡ сыбыртҡы эшләп алған.
Илнар VI синыфта уҡый. Яратҡан дәрестәре – урыҫ әҙәбиәте, инглиз теле, физкультура, музыка, технология. Спорт секцияларына, ҡурай түңәрәгенә йөрөй, ҡумыҙҙа ла уйнай.
Атай-олатайҙар кәсебен онотмай, үҙенә яҡшы шөғөл алған Илнарға: «Афарин!» – тиергә генә ҡала. Уға уҡыуында уңыштар, ата-әсәһенә терәк-таяныс булып үҫеүен теләйбеҙ.

Илүзә ҒӘЛИУЛЛИНА.
Бөрйән районы, Исламбай ауылы.

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: