Ҡыҙҙар ғына түгел, хатта малайҙар ҙа ҙур теләк менән милли биҙәүестәр, брошкалар яһарға өйрәнде. Материалды дөрөҫ һайлау, ниндәй эш ҡоралдары ҡулланыу хаҡында белешмә алғас, ең һыҙғанып эшкә тотондолар. Һәр кем үҙенсә тырышты. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә әллә күпме биҙәүестәр әҙер булды.
– Минең хәҙер ныҡ матур алҡаларым бар! Уны үҙ ҡулдарым менән эшләнем! Был шөғөлгә өйрәткән апайҙарға ҙур рәхмәт! – тип тьәҫораттары менән бүлеште IV синыф уҡыусыһы Азалиә Сәғитова.
– Дәрес бик оҡшаны. Матур-матур биҙәүестәр яһарға өйрәндек. Мин брошка эшләнем. Уны әсәйемә бүләк итәсәкмен, – тип һүҙгә ҡушылды III синыфта белем алған Эмиль Хәбибуллин да.
Күпме тырышлыҡ, күңел йылыһы һалып башҡарылған был ҡупшы алҡалар, муйынсаҡтар, беләҙектәр һәм брошкалар, ысынлап та, бик матур бүләк булырлыҡ шул. Уның үҙ ҡулдарың менән эшләнеүе генә ни тора!
Яңы һөнәр үҙләштереүҙән бик ҡәнәғәт ҡалды ҡыҙҙар һәм малайҙар. Ул ғына ла түгел, халҡыбыҙҙың аҫыл мираҫы, ҡомартҡыһы булған башҡорт кейемдәре, милли биҙәүестәре хаҡында әллә күпме мәғлүмәт тә алдылар. Мауыҡтырғыс дәрестән берәү ҙә буш ҡул менән ҡайтманы.