Бөтә яңылыҡтар

Ғаиләләр бәйгеһе

«Мөхәббәт менән йылытылған ғаилә» тип аталған конкурс-фестиваль үткәр­ҙек. Унда ауылыбыҙҙың иң күркәм, иң татыу, иң бер­ҙәм ғаиләләре ҡатнашты.

«Мөхәббәт менән йылытылған ғаилә» тип аталған конкурс-фестиваль үткәр­ҙек. Унда ауылыбыҙҙың иң күркәм, иң татыу, иң бер­ҙәм ғаиләләре ҡатнашты. Шуларҙың береһе – Мөнировтар. Өс ҡыҙ әсәһе Сания Әғзәм ҡыҙы – ауылыбыҙҙағы сәнғәт мәктәбенең юғары категориялы уҡытыусыһы. Ғаилә башлығы Азат Рәсүл улы ауыл халҡын газ менән тәьмин итә. Береһенән-береһе матур ҡыҙҙар үҫтерәләр. Эльвина – Өфө сәнғәт училищеһын, Азалиә – IX синыфты, кинйәбикәләре Алһыу I синыфты тамамланы. Ауыл клубындағы концерттарҙа Азалиә бик матур итеп бейеһә, Алһыу моңло тауышы менән тамашасыларҙы таң ҡалдыра.
Камалиевтар тураһында ла тик маҡтау һүҙҙәре әйтергә була. Ғаилә башлығы Рәфҡәт Мәүләүи улы колхозыбыҙҙа тракторсы булып эшләй. Тормош иптәше Фларида Фәнил ҡыҙы – почта бүлексәһендә хат ташыусы. Өлкән ҡыҙҙары Әлинә Кушнаренко педагогия колледжында уҡып йөрөй. Улдары Рәил – ата-әсәһенең беренсе ярҙамсыһы: ҡышын ҡар көрәй, йәйгеһен баҡсала булыша. Бәләкәй ҡыҙҙары Аделина VI синыфты тик яҡшы билдәләргә тамамланы. Ул өй йыйыштырыша, гөлдәр үҫтерә, бәлештәр бешерә. Камалиевтар ғаиләһе ике ҡатлы йорт һалып инде, күп итеп мал тотоп, ҡош-ҡорт аҫрап, бик матур итеп йәшәйҙәр.

Ҡашҡаровтар ғаиләһе 17 йыл элек барлыҡҡа килде. Салауат Урал улы мәктәптә физкультуранан уҡыт­һа ла, әлеге көндә тирә-яҡта компьютер белгесе булып танылған. Лилиә Фәнис ҡыҙы ла уҡытыусы һөнәрен һайлап, мәктәптә математика, музыка, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән балаларға белем бирә. Ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтерәләр. Оло ҡыҙҙары Лилиана музыка менән шөғөлләнә, Аделина – бейеүсе. Мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша. Артист булырға хыяллана. Кесе улдары Дамир балалар баҡсаһына йөрөй. Әкиәт тың­лар­ға ярата. Ҡашҡаровтар – Исмаил ауылының абруйлы ғаиләләренең береһе. Бар сараларҙа әүҙем ҡатнашып, спорт һәм туризм менән шөғөлләнәләр. Бергәләп «Йәш ғаилә», «Атай, әсәй һәм мин – спорт ғаиләһе» бәйгеләрендә ҡатнашып, призлы урын яулағандары бар. Йылдың ниндәй миҙгеленә ҡарамаҫтан, тәбиғәт ҡосағында булырға өлгөрәләр.
Хәкимовтар ғаиләһенән – Илфира Мәсғүт ҡыҙы «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән. Ул – һауынсы. Эше ауыр булыуға ҡарамаҫтан, өйөндә уңған хужабикә, балаларына – яғымлы әсәй, дөрөҫ кә­ңәш­тәр биреүсе әхирәт. Тормош иптәше Ирек Рафаэль улы менән биш бала тәрбиәләйҙәр. Ирек бик күп йылдар колхозда механизатор булып эшләй. Эшендә ҙур хөрмәткә лайыҡлы, кәрәкле белгес. Оло ҡыҙҙары Айһылыу медицина колледжын тамамлап, Өфө ҡалаһында шәф­ҡәт туташы булып эшләп йөрөй. Улдары Азат Баш­ҡорт дәүләт аграр университетында белем ала. Илнар һәйбәт билдәләргә генә уҡый, бейеүсе. Ҡыҙ­ҙары Илвина ла бейеү һәм йырҙы үҙ итә. Икенсене тамамлаған бәләкәй Инсаф һүрәт төшөрөргә әүәҫ. Ғаилә бик татыу, бер-береһенә ярҙам итеп йәшәй­ҙәр.
Бәйге балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре баш­ҡарыуында «Бал ҡорттары» бейеүе менән башланып китте. Беренсе турҙа һәр кем үҙенең ғаиләһе, шө­ғөлдәре тураһында һөйләне, музыкаль номерҙар күр­һәтте. Мөнировтар шәжәрәләре менән дә таныштырҙы. «Шырпынан ҡоҙоҡ төҙөү» бәйгеһендә Хәкимовтар ғаиләһе беренселекте алды. Улар­ҙыҡы иң бейеге булды. Бирелгән һүҙҙәрҙән мәҡәлдәр төҙөү, кроссворд сисеү бәйгеһендә инде Ҡаш­ҡа­ровтар әүҙемлек күр­һәтте. Камалиевтар экранда күр­һәтелгән сабый­ҙар телен аңлауҙа иң оҫтаһы тип билдәләнде. Ә иң ҡыҙыҡ бәйге атай-әсәй­ҙәр менән балаларҙың ҡара-ҡаршы йырлауы булды.
– Ғаилә – хазина, уны һаҡлай, яҡлай белергә кәрәк. Ата-әсәһе менән үҫкән баланың күңеле ҡатмай, бүтәндәрҙе йәлләй белә, ярҙамлашырға әҙер тора. Ә бөгөнгө бәйгелә һәр ғаилә үҙенсәлекле, барыһы ла әүҙем ҡатнашты, – тине директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Фәниә Мәғсүм ҡыҙы Сәғәҙиева.
Һөҙөмтәләргә килгәндә, Мөнировтар – «Ижади ғаилә», Камалиевтар – «Тырыш ғаилә», Ҡашҡаровтар – «Музыкаль ғаилә», Хәкимовтар «Татыу ғаилә» номинацияларында еңеүсе булды. Уларҙың һәр береһе Почёт грамоталары һәм тәмле торт менән бүләкләнде. Еңеүселәрҙе ҡотлап, мәктәп директоры Илшат Ғәлимйән улы Синиғатов гитарала уйнап, бик матур йыр башҡарҙы.

Л. ФӘНИСОВА.


Дүртөйлө районы, Исмаил ауылы.
Читайте нас в