-18 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ!
Бөтә яңылыҡтар

Мин бәхетле атай-әсәй, туғандарым менән!

Ат тояҡтары тауышы, ҡурай моңо ҡолағыма салына. Шифалы үләнле яландар, емеш-еләккә бай урмандар, балыҡ уйнаған йылғалар, сылтырап аҡҡан шишмәләр, өйөр-өйөр булып утлап йөрөгән йылҡылар күҙ алдынан уҙа. Әйтерһең дә, Хоҙай Тәғәлә күктән осоп барғанда хазина тултырылған тоғо тишелеп, байлығының иң күп өлөшөн ошонда, Башҡортостан тигән ил өҫтөндә, төшөрөп ҡалдырған. Республикала нефть, газ, файҙалы ҡаҙылмалар ҙа бик күп бит.

Мин Башҡортостандың шундай гүзәл бер төбәге булған Илеш районы Бишҡурай ауылында донъяға килгәнмен. Атай-әсәйебеҙҙең йылы ҡосағында өс туғаным менән иркәләнеп үҫәбеҙ. Яҡындарым – икеһе лә эшһөйәр, уңған кешеләр.

Атайым Ленар шофёр булып эшләй. Ул – оҫта иретеп йәбештереүсе, рәссам да. Гармунда ла уйнап ебәрә. Ауылымдағы шишмәләр янындағы ял итеү урындары, тағандар атайым ҡулы менән эшләнгән. Ә үҙебеҙҙең йортто ла, ҡойманы ла, мунсалағы тимер мейесте лә, ихаталағы тағанды ла Илнар һәм Динар ағай­ҙарым менән бергә яһанылар. «Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ», – тип өйрәтә улар­ҙы. Йәйге каникул көндәрендә ике ағайым да атҡа атланып, колхоз малдарын көтә. Башҡа малайҙар йоҡо һимертеп ятҡанда иртүк тороп көтөүгә китәләр. Бының өсөн ваҡытында йоҡларға ятырға кәрәк, төнө буйы урам буйында мажара эҙләп йөрөмәй улар. Тәртип шулай ҡуйылған.

Әсәйем Зенфира хат ташыусы булып эшләй. Көндәлек матбуғатты ваҡытында ауыл халҡына илтеп еткереү – уның бурысы. Буш сағымда мин дә ярҙамлашам. Өйҙә әсәйем – уңған хужабикә. Уның бешергән аштары – бәлеш, ҡоймаҡ, ләүештәре – телеңде йоторлоҡ.

Ғаиләлә һәр кемдең үҙ шөғөлө бар. Ҙур ағайым Илнар армрестлинг, йәғни ҡул көрәше секцияһына йөрөй. Районда беренсе урынды, республика һәм ил кимәлендә лә ҡатнашып, призлы урындар яулағаны бар. Икенсе ағайым Динар һигеҙенсе синыфты тамамланы. Ул хужалыҡты өҫтөн күрә: малдарҙы ҡарау, ат тәрбиәләү – яратҡан эштәре. Киләсәктә мал табибы булам, ти. Бик илгәҙәк, һөйкөмлө һеңлем Камилла башланғыс синыфта белем ала. Ә мин бик теләп бейеү түңәрәгенә йөрөйөм. «Урал батыр» эпосын ятлайым, конкурста ҡатнашып, еңеүсе булырға хыялланам.

Тағы ла беҙҙең ике яҡтан да олатай-өләсәйҙәребеҙ бар. Улар гел файҙалы кәңәштәрен, өгөт-нәсихәт биреп кенә тора. «Был яҡты донъяға тыуған һәр кем ысын кеше булып үҫергә тейеш. Һеҙҙең төп ике бурысығыҙ бар тәбиғәт һәм илебеҙ алдында. Киләсәк быуындарға тәбиғәт байлыҡтарын – һыуҙы, һауаны, ерҙе, тупраҡты таҙа көйө ҡалдырыу һәм илдең именлеген, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты, тыныслыҡты һаҡлау, тырышып хеҙмәт итеү», – ти улар.

Бөтә ғаиләбеҙ менән урман-ҡырҙарҙы гиҙергә яратабыҙ. Йылдың ҡайһы ғына ваҡыты булмаһын, тәбиғәт ҡосағына сығып, төрлө күренештәрҙе күҙәтәбеҙ. Атайыбыҙ беҙҙе тәбиғәтте тыңларға өйрәтә. Ысынлап та, тып-тын торғанда ла ниндәйҙер ауаз­дар ишетелгән һымаҡ икән. Ул йырлай, шыбырлай, ҡыштырҙай, көйө һәр ваҡыт үҙгәреп тора. Ошо матурлыҡты шомло тауыштар ҙа бүлергә мөмкин: мылтыҡ атыу, балта сабыу кеүек. Быныһы инде тәбиғәттең дошмандары, тип уйлайым. Улар, моғайын, рөхсәтһеҙ ағас киҫеүселәр, йә булмаһа, йәнлектәрҙең йәнен ҡыйыусы браконьерҙар­ҙыр...

Өләсәй, олатай менән атҡа ултырып та ялан-ҡырҙарҙы гиҙгәнебеҙ бар. Беҙҙең өләсәй – ауылда оҫта бәшмәк йыйыусы. Ул үҙе ҡалын урманлы Ҡариҙел районынан. Олатайым менән илле йыл татыу ғүмер кисерәләр. Бергәләп еләккә йөрөйбөҙ, дарыу үләндәре йыябыҙ, көҙ көнө бәшмәк, гөлйемеш, ҡара миләш, балан йыйырға барабыҙ.

Ғаиләбеҙ менән ауылыбыҙҙа ойошторолған күмәк эштәрҙән дә ситтә ҡалмайбыҙ. Бергәләп ағас ултыртыуҙа ҡатнаштыҡ. Тау аҫты шишмәһен таҙартып, төҙөкләндереп ҡайттыҡ. Атайҙар ҡый үләндәрен сапты, беҙ, балалар, сүптәрҙе тырмап, йыйҙыҡ, әсәй­ҙәр ҡойма буяны. Һуңынан күмәкләп сәй эстек.

Бына шулай ғаиләбеҙ менән тәбиғәттә ял итергә лә, уны өйрәнергә лә, һаҡларға ла ваҡыт табабыҙ.


Лиана ГӘРӘЕВА.

Илеш районы, Муса Гәрәев исемендәге Бишҡурай мәктәбе.
Читайте нас в