-10 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ирекмәндәр старт алды

2018 йыл Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан Шы­ғай ауылында балалар һәм үҫмерҙәрҙән тор­ған ирекмәндәр төркөмө ойошторолдо. Етәкселәре – китапханасыбыҙ Венера Ишмырҙа ҡыҙы Эниева.

2018 йыл Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан Шы­ғай ауылында балалар һәм үҫмерҙәрҙән тор­ған ирекмәндәр төркөмө ойошторолдо. Етәкселәре – китапханасыбыҙ Венера Ишмырҙа ҡыҙы Эниева.
Беренсе көндө балалар ирекмәндәрҙең эше тураһында һөйләште. Һуңынан үҙҙәре ара­һындағы уңған, тырыш егет Фидан Әбүталиповты башлыҡ итеп һайлап ҡуй­ҙылар. Ярҙамсы­һы – Нияз Билалов. Яҙыу эшен, йәғни сәркәтип вазифаһын, миңә йөкмәттеләр. Ә инде китаптарҙы тәртипкә килтереү, бөхтәлеген, таҙалығын тикшереү Ләйсән Билалова менән Айҙариә Мос­тафинаға ҡушылды. Һанап үткән уҡыу­сылар – барыһы ла VII синыф малайҙары һәм ҡыҙ­ҙары.
Икенсе көнөнә ауыл китапханаһында Дублёрҙар көнө үткәрелде. Унда балалар үҙҙәре китаптар биреп, китапханасы эшен башҡарып ҡараны. Кескәйҙәргә лә, ололарға ҡарата ла яҡшы мөнәсәбәт күрһәттеләр. Китапханасы эшенең нес­кәлектәренә өйрәнделәр. Бер ҙә һынатманылар. Ирекмәндәр был эште тағы ла дауам итергә, тигән ниәттә күтәренке кәйеф менән өйҙәренә таралышты.

Гөлсәсәк МӘҒӘФҮРОВА.


Белорет районы ,Шығай мәктәбе.
Читайте нас в