Был конверт күренекле шағир, яҙыусы һәм драматургтың 100 йыллығына бағышлап сығарылған. Уның тиражы 500 мең дана тәшкил итә. Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан буйынса идаралығы директоры Ирек Ғәлимов әйтеүенсә, яңы конверт коллекционерҙарҙа ла, әҙәбиәт һәм тарих яратыусыларҙа ла ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ.