Бөрө ҡалаһында төшөрөлгән видеоролик менән республиканың Тикшереү комитеты ҡыҙыҡһына. Ниндәй яҙмамы? Урамда кешеләрҙән үҙенә башлыҡ һатып алырға аҡса һорап йөрөгән малай төшөрөлгән унда.
– Куртка менән бейәләйем генә бар. Өйҙә иҫеректәр, – ти малай. «Ә һин полицияға әйт», – тигәнгә:
– Юҡ, әйтмәйем, мине былай ҙа беләләр: полиция ла, ашығыс ярҙам да, опека органдары ла, – ти...
Үҙенә балалар йортона эләгеү ҡурҡынысы янағанын да аңлай ул. Хәйер, эскесе, балаһын ҡайғыртмаған ғаиләгә ҡарағанда приютта йәки балалар йортонда йәшәү уның өсөн яҡшыраҡтыр инде ул. Әммә һәр бала, ата-әсәһе ниндәй генә булыуға ҡарамаҫтан, уларҙы ярата, һағына, көтә. Эскелек ҡорбандары ғына быны аңлауҙан йыраҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Шулай итеп социаль етемдәр күбәйә инде...