-30 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ!
Бөтә яңылыҡтар

Иң һылыу ҡыҙ ҡайҙан? Әбделмәмбәттән!

Байназар ауылы мәҙәниәт йортонда «Яҙ гүзәле – 2019» район гүзәллек бәйгеһе үтте. Һайлап алыу турында бөтәһе 10 һылыуҡай ҡатнашып, етәүһе финалға сыҡты. Бәйге шарттары буйынса, ярыш төрҙәре Театр йылына һәм Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналғайны.

Байназар ауылы мәҙәниәт йортонда «Яҙ гүзәле – 2019» район гүзәллек бәйгеһе үтте. Һайлап алыу турында бөтәһе 10 һылыуҡай ҡатнашып, етәүһе финалға сыҡты. Бәйге шарттары буйынса, ярыш төрҙәре Театр йылына һәм Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналғайны.
Бәйгенең тәүге өлөшөндә ҡыҙҙар үҙҙәре менән таныштырҙы. Улар Мостай Кәримдең «Айгөл иле» драмаһына таянып, матур-матур сығыштар әҙерләгәйне. Икенсе һынау йыр-бейеү оҫталығын, нәфис һүҙ һөйләү маһирлығын күрһәтеү ине. Бөйөк халыҡ шағирының әҫәрҙәренән өҙөктәр сәхнәләштереп, һынау тотоусылар барлыҡ тамашасыларҙы хайран ҡалдырҙы. Интеллектуаль турҙа ҡыҙҙарҙың белемдәре тикшерелде.
Конкурс барышында һәр һылыу үҙ ҡулдары менән теккән иҫ киткес матур күлдәктәрҙә сәхнәне биҙәне. Һәр ҡыҙ үҙенең оҫталығы, телгә маһирлығы, мөләйемлеге менән айырылып торҙо.
Бәйге бик сәмле барҙы. Әлбиттә, жюри ағзаларына иң-иңен билдәләү еңелдән булманы, сөнки барыһы ла һылыу, сибәр һәм еңеүгә лайыҡ ине. Әммә ярыш бит, еңеүсеһе лә булырға тейеш. Шулай итеп, өсөнсө урынға өс гүзәлебеҙ лайыҡ тип табылды. Улар – Исламбайҙан Гүзәл Әхмәтйәнова, Ҡолғананан Фәриҙә Айытбаева, Байназарҙан Лиә Тажитова. Икенсе урынды Килдеғолдан – Рәсилә Көмөшбаева, Тимерҙән Дилара Ғөбәй­ҙуллина яуланы. Тәүге урынға һәм «Тамашасы һөйөүе» номинацияһына Байназар һылыуы Зилә Мансурова эйә булды. Ә «Яҙ гүзәле – 2019» исемен Әбделмәмбәт ҡыҙы Рәфилә Мәсәғүтова алып һөйөндө. Барыһы ла аҡсалата бүләк, дипломдар менән бүләкләнде. Жюри ағзаһы, шәхси эшҡыуар Зилә Хәләф ҡыҙы Насретдинова һылыуҡайҙарҙың һәр береһенә махсус бүләктәр әҙерләгәйне. «Берҙәм Рәсәй» партияһының Бөрйән районы башҡарма комитеты рәйесе Гөлдәр Әхәт ҡыҙы Йомағолова махсус бүләген Ҡол­ғана һылыуы Фәриҙә Айытбаевға тапшырҙы.
Был көндө тамаша залын байрам кәйефе солғап алды. Ҡыҙҙарҙың һәр сығышы көслө алҡыштарға күмелде. Бәйге Бөрйән районы мәҙәниәт йорто артис­тарының йырҙары, моңло ҡурай тауыштары, «Азамат» өлгөлө бейеү ансамбленең бейеүҙәре менән үрелеп барҙы.
Матурлыҡ бәйгеһендә ҡатнашыусы ҡыҙҙарҙы оло еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ. Яңынан-яңы үрҙәр, уңыштар ғына юлдаш булһын!

Зәлиә АЛТЫНБАЕВА, йәш хәбәрсе.

Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.


Читайте нас в