-14 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
2019 - Рәсәйҙә Театр йылы
7 Октябрь 2019, 12:25

Ҡыҙыҡлы «Театр төнө»ндә

Беҙҙең 30-сы моделле балалар китапханаһында ла «Театр төнө» үтте. Был сара Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының 100 йыллығына бағышланып, «Беҙҙең милли театр» тип исемләнгән сәйәхәт менән башланып китте. Уның барышында уҡыусылар милли театр һәм танылған актёр­ҙар тураһында мәғлүмәт алды.

Тамашасылар ҡатнашлығында «Мостай бабай әкиәттәре» тигән ҡурсаҡ театры ойошторолдо. Китапханасылар тарафынан да спектакль күрһәтелде. Унан балаларға «Донъяның иң күренекле театрҙары» тигән электрон презентация тәҡдим ителде.

«Фантазия» студияһы бармаҡ ҡурсаҡтарын нисек эшләргә кәрәклеген аңлатып, оҫталыҡ дәресе лә үткәрҙе. Иң аҙаҡ күмәкләп иҫтәлеккә фотоға төштөк.

Земфира ХАЖИЕВА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы.

Читайте нас в