Бөтә яңылыҡтар

Театрҙарҙы беләһеңме?

Быйыл Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә иғлан ителгән Театр йылына арнап «Йәншишмә» гәзите редакцияһы февраль айында «Театрҙарҙы беләһеңме?» тигән конкурс иғлан иткәйне. I турға уҡыусыларҙан 40-ҡа яҡын яуап хаты алдыҡ. Беҙҙе Баймаҡ, Ғафури, Учалы, Сибай, Әбйәлил уҡыусыларының әүҙем ҡатнашыуҙары ҡыуандырҙы. Афариндар!Бөтә һорауҙарға ла дөрөҫ яуапты гәзитебеҙҙең йәш хәбәрсеһе Заһиҙә Рәжәпованан (Әбйәлил, Ҡаҙмаш) алдыҡ. Ә бына Йәнгүзәл Зәйнуллина (Баймаҡ, 4-се лицей), V «А» синыфы уҡыусылары (Ғафури, Красноусол башҡорт интернат-гимназияһы), Иҙел Ҡотлобирҙин (Сибай, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы), Айһылыу Ғиззәтуллина (Учалы, Мулдаҡай) һәм Илназ Азаматовтарҙың (Өфө авиация техникумы, IV курс студенты) берәр яуабы ғына дөрөҫ түгел.

Ҡәҙерле уҡыусылар, бәйгенең тәүге турына яуаптар әҙерәк килде. Шуға ла икенсе турҙы кисектереп торҙоҡ. Йәйге каникул ваҡытында һәйбәтләп яңы уҡыу йылына көс йыйыу һеҙгә файҙалыраҡ булыр, тип уйланыҡ. Әле бына II турға тәҡдим ителәсәк һорауҙар бер ни тиклем ҡатмарлыраҡ тойолор. Әммә уға яуаптар табыр өсөн ике ай ваҡытығыҙ бар. Театр һөйөүселәр, моғайын, төрлө сығанаҡтарҙан эҙләнеп, дөрөҫ яуаптар яҙып ебәрер, тип ышанабыҙ.

II тур һорауҙары

1. Сентябрь айында республикабыҙҙың ҡайһы театры ҡайҙа, ниндәй фестивалдә ҡайһы авторҙың сәхнә әҫәре менән ҡатнашты?

2. Республикабыҙҙың ҡайһы театры халҡыбыҙҙың ниндәй мәш­һүр эпосы буйынса рок-опера ҡуйҙы?

3. Салауат башҡорт драма театрында ҡуйылған «Ете ҡыҙ» пьесаһының авторы кем? Драматург уны театрҙың нисә йыллығына ижад итә? Әҫәрҙең яҙылыу тарихын яҙығыҙ. Ни өсөн ул «Ете ҡыҙ» тип атала? Шул ете ҡыҙҙың исемдәрен атағыҙ. Театрҙың нисә йыллыҡ юбилей тантаһында бина алдында ниндәй мемориаль таш асыла? Был әҫәр буйынса ҡайһы режиссёр ниндәй документаль фильм төшөргән?

4. Салауат башҡорт драма театры Мостай Кәримдең ҡайһы әҫәре буйынса ниндәй стектаклде сәхнәгә сығара?

5. Өфө дәүләт сәнғәт институ­тынан тыш, тағы ҡайҙа актёрлыҡ­ҡа уҡыталар? Ул ҡасан асыл­ған?

6. Республикабыҙ театрҙарында ҡуйылған спектаклдәргә йыр­ҙар, көйҙәр ижад итеүсе композиторҙарҙан кемдәрҙе беләһегеҙ?

7. Әҫәрҙәре сәхнәлә йыш ҡуйылған яҙыусы, драматургтарҙы атап китегеҙ.

8. Мөхәмәтша Буранғолов, Баязит Бикбай, Нәжиб Асанбаев, Әсғәт Мирзаһитов, Назар Нәжми, Илшат Йомағолов, Фәрит Богданов, Наил Ғәйетбай, Рәлиф Кинйәбаев, Мөҙәрис Багаев, Сөләймән Латипов, Салауат Әбүзәр һәм Мөнир Ҡунафин. Ошо авторҙарҙың кемеһе сәхнәлә үҙе уйнаны?

9. Быйыл төрки театрҙарҙың ниндәй исем менән һәм нисәнсе тапҡыр халыҡ-ара фестивале үтте?

10. Унда ниндәй театр ниндәй авторҙың ҡайһы әҫәре менән Гран-при яуланы?

11. Бынан тыш, Стәрлетамаҡ актёрҙары тағы ла өс номинацияла еңеүсе була. Уларҙы һанап үтегеҙ.

12. «Туғанлыҡ» фестивалендә СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Гөлли Мөбәрәкова исемендәге иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле призы ҡайһы спектаклдә һәм ниндәй роль башҡарған актрисаға тапшырыла?

13. 1937 йылда шәхес культы ҡорбандары булған актёрҙарҙан кемдәрҙе беләһегеҙ?

14. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында кем исемендәге балет сәнғәтенең халыҡ-ара фес­тивале үтә? Быйыл ул нисәнсе тапҡыр уҙғарылды?

15. Театр рәссамдарынан кемдәрҙе беләһегеҙ?

16. Ниндәй композиторҙар күберәк опера һәм балет театры өсөн музыка яҙған?

17. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының иң йәш һәләтле йырсыһын атағыҙ.

18. Башҡортостанда эшләп килгән театр эшмәкәрҙәре союзы былтыр үҙенең ниндәй юбилейын билдәләне? Етәксеһе кем?

19. Ҡайһы актёрҙарҙың балалары балет театры артистары булып киткән?

20. Опера театры артистарының ҡайһылары халыҡ йырҙарын да берҙәй үк оҫта башҡарыусы булараҡ танылған?

21. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап республикабыҙ театрҙары уның ниндәй әҫәрҙәрен сәхнәләштер­ҙе? Бигерәк тә әҙип исемендәге Милли йәштәр театры уның алты әҫәрен ҡуйған. Шуларҙы һанап үтегеҙ.

22. Донъяға билдәле ниндәй опера театры артистарын беләһегеҙ?

23. Быйылғы миҙгелдә Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры ҡай­һы авторҙың ниндәй исемле премьераһын күрһәтте?

24. Әгәр һин үҙең актёр булһаң, ниндәй ролде башҡарыр инең?


Яуаптарығыҙҙы декабрҙең 20-һенә тиклем ебәрегеҙ. Еңеүселәр Яңы йыл байрамында билдәле буласаҡ. Һеҙгә уңыштар теләйбеҙ.

I тур яуаптары

1. 1919 йыл. Стәрлетамаҡ ҡалаһы. Вәлиулла Ғайназар улы Мортазин-Иманский.

2. 1938 йылда.

3. 1933 йыл.

4. 1931 йылда Стәрлетамаҡта.

5. 1990 – 1991 йылдан.

6. 1935 – 1936 йылдарҙа асыла, Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән таратыла. Яңынан 1989 йылда ойошторола.

7. 1991 йылдан.

8. Башҡортостандың халыҡ һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Бәҙәр Йосопова.

9. Арыҫлан Мөбәрәков, Рәғиҙә Янбулатова, Гөлли Мөбәрәкова.

Ишмулла Дилмөхәмәтов, Әнисә Дилмөхәмәтова, Шәүрә Дилмөхәмәтова.

Илшат Йомағолов, Рәмзиә Хисамова, Айһылыу Йомағолова.

Фидан Ғафаров, Азамат Ғафаров, Алһыу Ғәлина.

Әхтәм Әбүшахманов, Айрат Әбүшахманов.

Закирйән Ханов, Шәмсинур Сиражетдинова, Олег Ханов.

Алмас Әмиров, Гөлнара Әмирова, Эмиль Әмиров.

10. Яуап ирекле.

11. Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева, Алһыу Бәхтиева, Светлана Хәкимова, Сәғиҙулла Баййегет, Венер Камалов, Гөлшат Ғайсина...

12. Нәғим Нурғәлин, «Алтын тирмә».

13. Шәһит Хамматов.

14. Алтынай Юнысова-Хамматова.

15. Эльвира Юнысова.

16. 1932 йылда.

17. Илшат Йомағолов. «Нәркәс»...

18. «Ҡыҙыл паша». Дипломат Кәрим Хәкимов тураһында.

19. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры.

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт театры.

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры.

20. Мөхәмәтша Буранғоловтың «Башҡорт туйы» әҫәре.

21. Яуап ирекле.

22. «Салауат», «Ай тотолған төндә», «Ҡыҙ урлау», «Айгөл иле», «Ташлама утты, Прометей!», «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар», «Йәйәүле Мәхмүт», «Йырланмаған йыр»...

23. «Самрау». Урал Әминев.

24. «Хыялға ҡаршы». Айгиз Баймөхәмәтов.

25. Яуап ирекле.
Читайте нас в