-15 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
2019 - Рәсәйҙә Театр йылы
20 Декабрь 2019, 18:35

«Ҡурсаҡтар илендә»

Бөрйән районының Брәтәк мәҙәниәт йорто ла Театр йылын уңышлы тамамлай: «Ҡурсаҡтар илендә» тигән район конкурсында I урын яулаған.

Ауыл клубының етәкселәре Эльвира Хөсәйенова һәм Сулпан Юлдашева әҙерләгән «Йомро икмәк» тигән әкиәт баһалама ағзаларына ла, тамашасыларға ла бик оҡшаған. Уны Гөлдәр Йәрмөхәмәтова етәкселегендәге III cиныф уҡыусылары ҡуйған. Килештереп ҡурсаҡтарын да, декорацияһын да эшләгәндәр. Тырышлыҡтары бушҡа китмәгән, афарин! Ә төп роль – Төлкөнө уйнаған Илзидә Ғәбитова «Иң яҡшы роль» номинацияһында еңеүсе тип танылған.
Бына шулай, үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап ятмай, төрлө конкурстарҙа ҡатнашһаң, үҙеңде башҡа мәктәп уҡыусылары менән сағыштырып ҡарап була, кимәлеңде лә билдәләй алаһың. Кескәй артистарға һәм уларҙың етәкселәренә киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас в