-14 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Театрҙарҙы беләһеңме?

Конкурсҡа йомғаҡ2019 йылда Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә иғлан ителгән Театр йылына арнап «Йәншишмә» гәзите редакцияһы февраль айында «Театрҙарҙы беләһеңме?» тигән конкурс иғлан иткәйне.

I турға йомғаҡ яһағайныҡ. Әле II турҙа беҙҙе Баймаҡ, Әбйәлил, Күмертауҙың 3-сө башҡорт интернат-гимназияһы, Учалы уҡыусыларының әүҙем ҡатнашыуҙары ҡыуандырҙы. Араларында биҙәп, һүрәттәр ҡуйып эшләп ебәреүселәр ҙә бар. Афариндар!

Шулай итеп, I, II тур һорауҙарына тулы һәм йөкмәткеле яуап яҙған Иҙел Ҡотлобирҙинды (Сибай, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы) ҡотлайбыҙ. Ул – еңеүсе!

Башҡа ҡатнашыусыларыбыҙға ла әүҙем булғандары өсөн рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Күңелдәрегеҙҙе төшөрмәгеҙ, гәзиттә ойошторолған башҡа конкурс, бәйгеләрҙә лә ҡатнашып тороғоҙ, йәме.

II тур яуаптары

1. Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры Иркутскиҙа Александр Вампилов исемендәге фестивалдә Гүзәл Яхинаның «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле менән ҡатнашты.

2. Урыҫ драма театры, «Аҡбуҙат» эпосы.

3. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ир-егет актёрҙар үҙҙәре теләп фронтҡа китә. Ҡатын-ҡыҙҙарға театрҙы һаҡларға, артислыҡҡа хыянат итмәҫкә тигән аманат ҡалдыралар.

Ҡыҙҙар биргән анттарына тоғро ҡалып, декорацияларҙы (аттарҙы һуғышҡа оҙатып бөткәс) үгеҙҙәргә тейәп, халыҡ араһында сығыш яһай. Ирҙәр ролдәрен дә үҙҙәре уйнап, спектаклдәр ҡуя, ауылдарҙа гастролдәрҙә йөрөй. Аслыҡ-ялан­ғаслыҡ хөкөм һөргән ауыр йылдарҙа халыҡтың рухын, күңелен күтәрәләр, театр­ҙы ябылыуҙан һаҡлап ҡалалар.

Драматург Нәжиб Асанбаев «Ете ҡыҙ» пьесаһын театрҙың 75 йыллығына яҙа. Ә 80 йыллығын билдәләгәндә театр алдында «Ете ҡыҙ» мемориаль ташы асыла. Унда ете ҡыҙ – ете актрисаның исемдәре яҙылған. Бына улар – ҡаһарман ҡыҙҙар: Гөлсөм Мирғәсимова, Зәкиә Әхмәрова, Шәрифә Мөхәмәҙиева, Ғәзизә Насирова, Нәҡиә Алтынбәкова, Нәғимә Дәүләтшина, Айһылыу Ғәниева.

2017 йылда режиссёр Кристен Гайнет «Ете ҡыҙ театры» тигән документаль фильм төшөрә.

4. «Ауыл адвокаттары» повесы буйынса «Ерҙәштәр» спектаклен ҡуя.

5. Сибай сәнғәт колледжында «Актёрлыҡ оҫталығы» бүлеге 2000 йылда асыла.

6. Шамил Ҡолбарисов, Рим Хәсәнов, Нур Дауытов, Салауат Низаметдинов, Юлай Үҙәнбаев, Урал Иҙелбаев, Хисмәтулла Дәүләтов, Зөһрә Фәйзуллина, Юлай Моратов һәм башҡалар.

7. Мөхәмәтша Буранғолов, Баязит Бикбай, Нәжиб Асанбаев, Әсғәт Мирзаһитов, Назар Нәжми, Илшат Йомағолов, Фәрит Богданов, Наил Ғәйетбай, Рәлиф Кинйәбаев, Мөҙәрис Багаев, Сөләймән Латипов, Салауат Әбүзәр, Мөнир Ҡунафин.

8. Илшат Йомағолов.

9. «Туғанлыҡ» фестивале, ул 7-се тапҡыр үткәрелде.

10. Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе Мостай Кәримдең «Өс таған» әҫәре буйынса ҡуйылған спектакль менән Гран-при ала.

11. а) Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле призына өләсәй ролен башҡарыусы актриса Ниса Бакирова лайыҡ була.

б) Спектаклде иң яҡшы сәхнә биҙәлеше буйынса билдәләйҙәр.

в) «Туғанлыҡ» фестиваленә арнап Ҡырмыҫҡалы ерендә уҙғарылған һабантуйҙа ошо театрҙың актёры Илнур Ат­йетәровҡа милли көрәштә I урын бирелә.

12. Гүзәл Яхинаның «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклендә Зөләйха ролен баш­ҡарған Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Илгизә Ғилмановаға бирелә.

13. Мәкәрим Мәһәҙиев, Вәлиулла Мортазин-Иманский, Зәйтүнә Бикбулатова, Бәҙәр Йосопова.

14. Рудольф Нуриев исемендәге фес­тиваль XXII тапҡыр үткәрелде.

15. Ғәлиә Имашева, Мөхәмәт Арыҫланов, Таң Еникеев һәм башҡалар.

16. Заһир Исмәғилев, Рәүеф Мортазин, Салауат Низаметдинов, Ләйлә Исмәғилева...

17. Айгөл Әхмәтшина, уға – 22 йәш. Бик күп халыҡ-ара конкурстарҙа еңеү яулаған.

18. 2018 йылда 80 йыл булды. Етәксеһе – танылған актёр Әхтәм Әбүшахманов.

19. Әхтәм Әбүшахмановтың улы Ринат Әбүшахманов (хәҙер – режиссёр). Илдар Ғүмәровтың улы Илйәр Ғүмәров Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй.

20. Хәбир Ғәлимов, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Мәғәфүрә Сәлиғәскәрова, Баныу Вәлиева, Зәки Мәхмүтов һәм башҡалар.

21. Мостай Кәрим исемендәге республика Милли йәштәр театры – «Йәләлетдин атай», «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Заһир, Гөлшат һәм Берлин асҡыстары», «Тылсымлы тирмән», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Тоҡ эсендәге бесәй».

Салауат башҡорт дәүләт драма театры – «Ерҙәштәр», «Беҙҙең өйҙөң йәме».

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры – «Ҡыҙ урлау».

Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры-концерт берләшмәһе – «Өс таған».

Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры – «Айгөл иле», «Прометей», «Ай тотолған төндә».

«Нур» татар дәүләт театры – «Айгөл иле», «Ҡыҙ урлау».

Туймазы татар дәүләт драма театры – «Ауыл адвокаттары».

Урыҫ дәүләт академия драма театры – «Ярлыҡау» повесы буйынса төшөрөлгән «Луна и листопад».

Башҡорт дәүләт опера һәм балет теат­ры – «Ҡыҙ урлау».

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры – «Близкий горизонт».

«Сулпан» Сибай башҡорт дәүләт балалар театры – «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ».

22. Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар.

23. Салауат Әбүзәр. «Бомба».

24. Яуап ирекле.
Читайте нас в