+1 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
28 Февраль 2020, 14:19
Айытмәмбәттә – яңы мәктәп
Айытмәмбәт ауылында яңы мәктәп асылды. Ауыл ерендә ул белем усағы ғына түгел, дөйөм бер социаль үҙәк булып тора. Мәктәп булһа, йәштәр тыуған ерҙәрендә ҡала, балалар һаны ла арта, ғөмүмән, ауыл йәшәй.
Яңы учреждение «Республиканың 100 йыллығына — 100 объект» программаһы буйынса төҙөлә. Халыҡтың әүҙемлеге, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының, етәкселәрҙең берҙәмлеге менән объект тиҙ арала сафҡа индерелә.
Айытмәмбәт мәктәбендә 60 бала белем аласаҡ. Бында шулай уҡ 40 тәрбиәләнеүсегә иҫәпләнгән балалар баҡсаһы ла урынлашҡан. Унда ике уйын һәм ике йоҡо бүлмәһе бар. Белем һәм тәрбиә биреүсе яңы комплекстың эргә-тирәһе тәртипкә килтерелгән, бина алды биләмәһендә асфальт түшәлгән. Спорт-уйын майҙансыҡтары махсус резина япма менән көпләнгән. Ғөмүмән, балаларҙың хәүефһеҙлеге һәм сәләмәтлеге өсөн бар шарттар ҙа булдырылған. Уҡыу бүлмәләре заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Махсус компьютер синыфында тулы комплектлы өс компьютер, ике интерактив таҡта, уҡыусылар өсөн 15 нетбук һәм планшет бар. Йыуыныу бүлмәһе булған спорт залы, фельдшер бүлмәһе, иркен һәм яҡты ашханаһы үҙенә йәлеп итеп тора. Ошондай заман талаптарына яуап биргән белем усағында шат ауаздар яңғырап торасаҡ.
Тантаналы сараға йыйылған ҡунаҡтар ауыл халҡын, балаларҙы ошо иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотлап, изге теләктәрен, төҙөүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Район хакимиәте башлығы Илшат Әминев уҡыусыларҙың тырышып белем тауҙарына үрләүҙәрен һәм артабан кесе Ватаныбыҙға кәрәкле белгестәр булып кире ҡайтыуҙарын теләне. Ал таҫмалар киҫелгәс, ҡунаҡтар яңы буяу еҫтәре аңҡып торған, иркен, яҡты, бөхтә мәктәп эсенә инде. Бында уларҙы балалар бәхетле йылмайып ҡаршы алды — матур шиғырҙар һөйләне, йырҙар башҡарҙы. Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, күрше ауыл һәүәҫкәр артистары ла байрамға үҙҙәренең музыкаль бүләктәрен килтергәйне.
Айытмәмбәт мәктәбе уҡыусыларына хәҙер бар булған мөмкинлектәрҙе файҙаланып, тырышып уҡырға, остаздарының өмөттәрен аҡларға ғына ҡала.
Дилара БӘҘРЕТДИНОВА.
Архангел районы.
Читайте нас:
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...