-8 °С
Ҡар
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
2020 – Башҡорт теле йылы
20 Март 2020, 13:25
Акцияға ҡушылырға cаҡырҙыҡ
Район балалар китапханаһында Иҫәнғол башҡорт интернат-гимназияһының V – VI синыф уҡыусылары өсөн «Туған телемде яратам» тигән кисә үтте. Уның тәүге өлөшөндә ҡыҙҙар һәм малайҙар әҙәби-интеллектуаль уйында ярышты. Улар «Тапҡырҙар», «Зирәктәр», «Отҡорҙар» командаларына бүленеп, «Мәҡәлдәрҙе дауам ит», «Йомаҡтарҙың яуабын әйт», «Шаян һорауҙар», «Серле квадрат» һынауҙарында төплө белемдәрен күрһәтте.
Сараның икенсе өлөшөндә китапхана хеҙмәткәрҙәре балаларҙы «Туған телгә – 100 аҙым» акцияһына ҡушылырға саҡырҙы. Уҡыусылар «Урал батыр» эпосы менән яҡшы таныш икән. Бишенсенән Арыҫлан Хәсәнов, алтынсынан Рената Ғайсина, Айгизә Иҫәнсурина, Аделина Сәйфетдиновалар бөйөк ҡомартҡынан өҙөктәр ҙә һөйләп ишеттерҙе.
Гөлсиә ИЛТЕНБАЕВА, балалар китапханаһы мөдире.
Ейәнсура районы.
Читайте нас в