Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт теленә арналған клиптар төшөрөләсәк

Дуҫтар, ҡороғорвирус тип, республикала Башҡорт йылы икәнен онотоп ебәрмәйек әле.

Йәш артистарыбыҙ маладис: башҡорт теленә арналған клиптар төшөрөргә йыйына икән. Был турала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ултырышында "Арғымаҡ" этно-рок төркөмө етәксеһе Ринат Рамаҙанов белдергән. Проектта Zainetdin шоу-проекты, рэпер Алтынай Вәлитов, Вәсил Ғафаров етәкселегендәге «Бишбармаҡ» оркестры, Булат DJ Хан, E7E-media студияһы, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Миләүшә Хәйбуллина һәм Башҡортостан шоу-бизнесының башҡа вәкилдәре ҡатнаша. Йәштәр йәйгеһен клиптар төшөрә, ә сентябрҙә улар эфирға сығарыла башлай.
14 декабрҙә иһә, Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһағанда, был клиптарҙың исем туйы ла була, тип вәғәҙә итәләр.
Бик матур проект булмаҡсы, шулай бит?!
Читайте нас в