-14 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
2020 – Башҡорт теле йылы
11 Сентябрь 2020, 17:15

«Эшлекле башҡорт теле» грант аҡсаһына сығарылған

Республикабыҙҙа «Эшлекле башҡорт теле» тигән уҡыу ҡулланмаһы донъя күрҙе. Уны Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау фонды «Татыу республика» йүнәлешендә гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү буйынса республика Башлығы грантына сығарған.

Әлеге уҡыу әсбабына теоретик һәм практик материалдар йыйылған. Тәүге өлөшө эшлекле аралашыу буйынса уҡыу ҡулланмаһынан, теорияны нығытыу өсөн практик күнегеүҙәрҙән һәм рәсми эшлекле лексиканың урыҫса-башҡортса һүҙлек-белешмәһенән тора. Бындағы һүҙлеккә 3 меңдән ашыу һүҙ ингән.
Тулыланған һәм яңыртылған уҡыу ҡулланмаһының икенсе өлөшөндә эшлекле аралашыу барышында йыш ҡулланылған эш ҡағыҙы өлгөләре бирелгән. Мәҫәлән, ғариза, ышаныс ҡағыҙы, автобиография, ҡотлау хаты, ҡылыҡһырлама, некролог, белдереү һәм башҡа рәсми ҡағыҙҙарҙы башҡортса һәм урыҫса дөрөҫ яҙырға өйрәтелә.
Киң ҡатлам уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән уҡыу әсбабы 1 мең 500 дана менән донъя күргән. Ул республикабыҙ райондары буйлап таратыласаҡ. Теләүселәр Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17-се йорт, 603-сө кабинет адресы буйынса ла барып алыу мөмкинлегенә эйә.
Читайте нас в