-11 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
2020 – Башҡорт теле йылы
25 Сентябрь 2020, 11:30

«Йәйғор»ҙа – йәйғор балҡышы

Милли кейем көнөндә «Йәйғор» балалар баҡсаһында матур кисә ойошторҙоҡ. Башҡортостаныбыҙ күп милләтле республика булыуын күҙ уңында тотоп, балаларға бергә йәшәгән төрлө милләт халҡының милли кейемдәрен күрһәтергә теләнек.

Ә мәктәпкә әҙерлек төркөмө телестудияны хәтерләткән залға йыйылды. Байрам телекүпер формаһында барҙы. Тәүҙә балалар баш­ҡорт милли кейемдәрен кейеп, тыуған республикабыҙ тураһында шиғыр һөйләне, йыр йырланы, милли ризыҡтары­быҙ менән таныштырып, ҡурай моңона бейеп тә күр­һәтте.

«Телекүпер» уйынын ут күршеләр булып йәшәгән Ырымбур өлкәһенән башларға булдыҡ. Урыҫ халҡының милли кейемдәрен кейгән балалар Ырымбур ҡалаһында йәрминкә барыуын сағылдырҙы.

Киләһе уйын республикабыҙҙың көнбайыш күрше­һе – Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазан менән бәйләнеште күрһәтте. Балалар татар бейеүен башҡарып, кейемдәре менән таныштыр­ҙы. Сәксәк менән сәй эсергә саҡырҙылар.

Артабан – ҡояшлы Әзербайжан. Уларҙың халыҡ көйөнә милли кейем кейгән Ләйлә бик матур бейеү баш­ҡарҙы, үҙенең кейеме тураһында һөйләне.

Киләһе репортаж Үзбәк­стан тураһында ине. Үзбәк ҡыҙҙарының милли кейемендәге һылыуҡай уларса бейене һәм үзбәк халҡының милли ризығы булған былау ашарға саҡырҙы.

Байрамдың аҙағында бәләкәстәргә Башҡортостанда бөтә милләт халҡы татыу, дуҫ булып йәшәүен, шул дуҫлыҡ балалар баҡсаһынан уҡ башланыуын, бөтә милләт халҡы ла тигеҙ булыуын төшөндөрҙөк.

Был байрам төрлө милләт кейемдәренең сағыу төҫтәренән торған йәйғор балҡышы кеүек булды.

Байрамды музыкаль яҡтан биҙәүсе Земфира Салауат ҡыҙы һәр милләттең үҙенсәлекле моңдарын яңғыратып, сараға йән өрҙө, йәм өҫтәне.


Рәсилә АСҠАРОВА, тәрбиәсе.
Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы.

Читайте нас в