Бөтә яңылыҡтар
2020 – Башҡорт теле йылы
2 Октябрь 2020, 18:15

Милләтте тел йәшәтә

Республикабыҙҙа башҡорт теленә иғтибар арта. Мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө – 14 декабрь, республика етәксеһе Радий Хәбиров указына ярашлы, Башҡорт теле көнө тип билдәләнә башланы.

Уҙған йылда башҡорт теле уҡытыусыларының йыйыны ойошторолғайны. Быйыл Ғафу­ри районына форумға йыйылдылар. 2020 – Башҡорт теле йылы. Был бөтә мөһим сараларҙың маҡсаты – башҡорт телен популярлаштырыу, уҡытыу шарттарын яҡшыртыу, ҡулланыу даирәһен киңәйтеү. Осрашып кәңәшләшеү, фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыуҙар – бөтәһе лә файҙаға ғына инде.

Республикабыҙҙа башҡорт теле урыҫ теле менән бер рәттән дәүләт теле статусына эйә. Башҡортостанда уға ихтирам һәм иғтибар тейешле кимәлдә булырға тейеш. Радий Хәбиров Ғафури районындағы форумда сығыш яһап, баш­ҡорт телен балалар баҡсаларында һәм шулай уҡ колледждарҙа ла уҡытыу­ҙы ойоштороу тураһында әйтеп үтте.

– Хәҙер Хөкүмәттә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа, район хакимиәттәрендә башҡорт телен ишетә башланыҡ, – тине Радий Фәрит улы. – Беҙҙең хеҙмәттәштәр кәңәшмәләрҙә башҡортса сығыш яһай. Уйлауымса, был да – бик кәрәкле проект.

Күптәрҙе ҡайһы бер милләттәштәребеҙҙең балаларының туған телен белмәүе, үҙ телендә һөйләшмәүе борсоуға һала. Нигеҙ ғаиләлә һалынырға тейеш, тиҙәр. Был ғына етмәй шул. Балалар баҡсаһында башҡорт төркөмдәрендә лә балалар үҙ-ара, тәрбиәсе менән дә башҡортса һөйләшмәгәс, кескәйҙәрҙең теле боҙола, бөтәһе кеүек урыҫса ғына аралаша башлайҙар. Ҡалаларҙағы баш­ҡорт мәктәптәрендә лә хәлдәр маҡтанырлыҡ түгел. Уларҙа ла балалар күберәк урыҫса ғына һөйләшә. Ауылдарҙа ла ҡайһы бер ҡыҙҙар, малайҙар баш­ҡортсаны онотоп ебәрә. Үҙебеҙ ҙә белмәһәк, һөйләшмәһәк, бүтән милләт вәкилдәре башҡорт теле менән ҡыҙыҡһынырмы һуң? Башҡаларға үҙебеҙ өлгө күрһәтергә тейешбеҙ. Нисекме? Баш­ҡортса матур һөйләшеп, башҡорт телендә сыҡҡан милли баҫмаларҙы алдырып уҡып. Баш­ҡортлоғоңдо тойоп, һәр ҡайҙа халҡың, илең өсөн ғорурланып йәшәү ҙә кәрәк.

«Тел – ул халыҡтың үҙен, быуаттар һуҙымында формалашҡан үҙаңын раҫлау күренеше. Тел – ул милләт йәшәүе». Күренекле ғалимыбыҙ Ғайса Хөсәйеновтың һүҙҙәре был. Милләтте тел йәшәтә! Шуныһы һәйбәт, республикала заманса технологиялар, яңы алымдар ҡулланып һөҙөмтәле эшләгән, бүтән милләт балаларында ла башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләгән уҡытыусылар етерлек. Уларға бар көстәрен һалып балаларға белем бирергә шарттар ғына бул­һын.

Әйҙәгеҙ, бергәләп телебеҙҙе һаҡлайыҡ, үҫтерәйек!


Читайте нас в