Бөтә яңылыҡтар
2020 – Башҡорт теле йылы
9 Октябрь 2020, 18:11

«Телебеҙҙе өйрәнге, башҡортса аралашҡы килде»

«Телебеҙҙе өйрәнге, башҡортса аралашҡы килде», – тиҙәр күрше өлкәләрҙән уҡырға килгән милләттәштәребеҙ.Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында элек-электән Башҡортостандан ғына түгел, башҡа өлкәләрҙән дә башҡорт балалары белем ала.

Төрлө йылдарҙа Силәбе, Ырымбур, Һарытау, Пермь, Ҡурған яҡтарынан, Ханты-Манси автономиялы округынан килгән сығарылыш уҡыусыларыбыҙ юғары уҡыу йорттарын тамамлап, тормошта үҙ урындарын табып, уңыштарға өлгәшкән. Хәҙер инде эштәрендә хөрмәт ҡаҙанып, маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булғандарҙан Ырымбур өлкәһендә тыуған өс бер туған Амангилдиндарҙы – Иркутск хәрби училищеһын, Владивостокта университет тамамлап, Тымыҡ океан флотында яуаплы вазифалар башҡарыусы Юнир Ғәзиз улын, Баш­ҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Таһир Ғәзиз улын, Баш­ҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дауыт Ғәзиз улын, Башҡортостандың атҡаҙанған, Рәсәйҙең почётлы архитекторы Урал Ғәзиз улы Ураҡсинды, Силәбенән Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе Ишбулды Бейешевте һәм бик күптәрҙе һанарға мөмкин.

Әлеге көндә лә гимназияның ишеге күрше өлкәләрҙән килгән балалар өсөн асыҡ. Уҡырға ингәндә, башҡа балалар кеүек үк, һынау менән ҡабул ителәләр. Бөгөн беҙҙең белем усағында егермеләп уҡыусы белем ала. Ниндәй маҡсаттар менән килгән улар? Уҡып китеүе, яңы тормош шарттарына яраҡлашыу ауыр булмағанмы? Киләсәккә ниндәй уй-хыялдар ҡоралар? Шундай һорауҙар менән беҙ уларҙың үҙҙәренә мөрәжәғәт иттек.

Юлиә БАЙГИЛДИНА, Ырымбур өлкәһе Гай ҡалаһынан:

– Атайым һәм әсәйем үҙҙәре – Хәйбулла районынан. Улар­ҙың әйтеүенсә, ауылдарында тик башҡортса ғына уҡығас, артабан техникумда урыҫса уҡыуы ауыр булған. Шуға күрә беҙҙең ундай проблемабыҙ булмаһын, тип Ырымбур өлкәһенә күсенергә булғандар. Өләсәйем һәм ҡартайым йыш ҡына миңә ауыр үткән бала саҡтары, төрлө тарихи ваҡиғаларҙы һөйләй ине. Бына шул ваҡытта миндә лә Башҡорт­остандың тарихын, мәҙәниәтен белеү, башҡорт телен төптәнерәк өйрәнеү теләге уянды. Үҙебеҙҙә ундай мөмкинлектәр булмағас, VII синыфҡа гимназияға уҡырға килергә булдым. Тәүҙә бик ауыр булды. Синыфташтарҙың һөйләшкәнен аңламай ҙа инем. Хәрефтәрҙе, һүҙҙәрҙе ятлап, яҙырға, һөйләргә өйрәндем.

Инде хәҙер XI синыфта белем алам. Киләсәктә юғары уҡыу йортона уҡырға инеп, Башҡортостанда күңелемә ятҡан эш табып, республикам өсөн файҙалы эштәр башҡарып, уның үҫешенә үҙ өлөшөмдө индергем килә. Һәр халыҡ үҙ телен онотмаһын, тарихын һәм мәҙәниәтен бел­һен, тигән фекерҙәмен.

Сәлмән ҒИЛӘЖЕВ, Силәбе ҡалаһынан:

– Атай-әсәйем – Ҡоншаҡ районының Әшир ауылынан. Йәй һайын мин унда йәшәгән өләсәйемә ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөйөм. Үҙем IX синыфта уҡыйым, тарих, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынам, шиғырҙар яҙам, бокс секцияһына йөрөйөм. Гимназияла миңә ныҡ оҡшай, сөнки бында үҙеңде үҫтереү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Билдәле шәхестәр менән ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, төрлө саралар үтеп тора.

Тағы ла баш ҡалала төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, үҙеңде һынай ҙа алаһың. Мәҫәлән, мин видеороликтар төшөрөргә һәм монтажларға яратам. Ошо белемем беҙгә уңыш та килтерҙе. Командабыҙ менән «Осҡон» башҡорт видео конкурсында ҡатнашып, беренсе урын яуланыҡ.

Бала саҡтан күңелемдә йөрөткән бер хыялым – ул атай-әсәйемде берәй йылы илдә йәшәтеү. Теләгем – журналист булыу. Был һөнәр оҡ­шай, шул уҡ ваҡытта уйландыра ла, сөнки әлеге мәлдә күп мәғлүмәт беҙгә бөтә дөрөҫлөгөндә еткерелмәгән кеүек. Ә минең ғәҙел хәбәрсе булып, тик дөрөҫлөктө яҡтыртҡым килә.

Ләйсән БУРАНШИНА, Сор­ғот ҡалаһынан:

– Атайым да, әсәйем дә ошо гимназияны тамамлаған. Мин дә йоланы дауам итеп, данлыҡлы белем усағында XI синыфта уҡыйым. Үҙемә килгәндә, өс йәштән сәхнәлә бейеп, йырлап үҫтем. Ғөмүмән, сәнғәт бик ныҡ оҡшай. Сорғот ҡалаһындағы «Шатлыҡ» баш­ҡорт халыҡ ансамбленең бейеүсеһе инем. Төрлө конкурс һәм фестивалдәрҙә ҡатнашып, Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булдым.

Гимназияла уҡыу миңә яңы мөмкинлектәр асты. «Аҡйондоҙ» бейеү ансамленә йөрөйөм. Ике тапҡыр «Байыҡ» телевизион бейеү конкурсында ҡатнашып, Гран-приға лайыҡ булдым.

Шулай уҡ төрлө ғилми эштәр менән дә шөғөлләнәм. «Ғарипов уҡыуҙары» төбәк-ара конференцияһында икенсе урын яулаһам, Кесе фәндәр академияһы үткәргән республика эҙләнеү эштәре конкурсында көсөмдө һынап, еңеүсе булдым.

Гимназия миңә киләсәккә ҡуйған маҡсаттарымды тормошҡа ашырырға ярҙам итә, яңы үрҙәргә үрләргә юл күр­һәтә. Үҙ асылымды, телемде, халҡымды аңларға, белергә лә булышлыҡ итә.

Гөлсимә ДӘРМӘНОВА, Ханты-Манси автономиялы округының Түбәнге Сортым ауылынан:

– Мин гимназияның VIII синыфына быйыл ғына уҡырға килдем. Ғаиләбеҙҙә өс бала, минән башҡа ике һылыуым бар. Уларҙы, атай-әсәйемде, дуҫтарымды ҡалдырып китеүе ауыр булды, тик үҙ теләгем менән килгәс, түҙергә кәрәк, тип уйлайым.

Гимназия тураһында әсәйемдән ишеттем. Уның танышының ҡыҙы бында уҡый ине. Минең дә ошонда белем алғым килде. Август аҙағында нисек уҡый башлармын, баш­ҡалар менән нисек аралашырмын, тип уйлай инем. Тик бында килгәс тә был хафаланыуҙарым юҡҡа сыҡты. Синыфтағы уҡыусылар менән тиҙ аралашып, аңлашып киттек. Улар менән бик күңелле. Синыф етәксебеҙ, тәрбиәсебеҙ һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. Шарттар бик шәп, үҙ эшен яҡшы белгән педагогтар уҡыта.

Үҙ ауылымда бейеү, йыр, фортепьяно, гитара түңәрәктәренә йөрөнөм. Бында заманса бейеү һәм волейбол түңәрәгенә яҙылдым.

Алдыма ҡуйған маҡсаттарым бик күп, уларҙы тормош­ҡа ашырыу өсөн тырышырмын һәм көсөмдө йәлләмәҫмен, тип уйлайым. Әлегә мин яҡшы уҡып, сиректе «дүртле», «бишле» билдәләренә бөтөргә теләйем. Унан инде юғары уҡыу йортона инеп, атай-әсәйемде һәм уҡытыусыларымды ҡыуандырғым килә.

Шундай хыялдар, уйҙар ме­нән йәшәп ята күрше өлкәләрҙән йыйылған балалар. Һәр береһе тыу­ған ерҙәрен ҡалдырып, Баш­ҡортостанға бушҡа ғы­на килмәгән. Маҡсаттарының бейек, теләктәренең изге булы­уы һоҡландыра һәм ҡыуандыра. Бигерәк тә һәр береһенең, телебеҙҙе өйрәнгем, башҡорт телендә аралашҡым килә, тип әйтеүҙәре шатландырҙы. Төр­лө түңәрәктәргә йөрөйҙәр, үҙҙәрен бар яҡтан үҫтерергә тырышалар. Шундай рухлы, ғәмле, аҡыллы, тырыш балалар барҙа киләсәгебеҙ өмөтлө, яҡты булырына ышаныс уяна.

Альбина КАЙБЫШЕВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Өфө ҡалаһы.

Читайте нас в