-17 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Зәйнәб Биишева исемен йөрөтәсәк

Белеүегеҙсә, Свердловск өлкәһендә башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре үтте. Унда Екатеринбург ҡалаһында эшләгән башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенә Башҡортсотандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева исемен бирергә тәҡдим ителде.

Был үҙәк 2020 йылдың июнендә Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән асылған һәм Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар Дуҫлығы йортоноң филиалы булып тора.Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Нәфисә Тюменцева белдереүенсә, унда әле 31 мең башҡорт йәшәй. "Урал башҡорттары: тарих һәм этнография" тигән темаға уҙған "түңәрәк өҫтәл" барышында башҡорт йәкшәмбе мәктәбе эшен тергеҙеү тураһында ла мәсьәлә ҡаралды.
Читайте нас в