Бөтә яңылыҡтар
2020 – Башҡорт теле йылы
15 Декабрь 2020, 00:25

Гран-при Юлай Ғәлиуллинға тапшырылды

Башҡорт теле көнөнә арналған тантанала "Тамға" Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме конкурсының еңеүселәре лә бүләкләнде.

"Башҡорт милли костюмы - реконструкция", "Заманса автор костюмы", "Башҡорт милли ювелир биҙәүестәре" һәм "Башҡорт традицион костюмы аксессуарҙары" номинациялары буйынса I урынға Өфө ҡалаһынан - Роберт Хәмиҙуллин, Роза Юлдашбаева, Рөстәм Дәүләтов, Салауат районынан Гөлдәр Шәбиева лайыҡ булды. Ә Гран-при һәм 300 мең һумлыҡ аҡсалата сертификат Өфөнән Юлай Ғәлиуллинға тапшырылды. Ҡотлайбыҙ!
Читайте нас в