0 °С
Болотло
TelegramVKOKTikTok
Бөтә яңылыҡтар

Беҙ – үҙебеҙ башҡорттар!

Башҡортостанда «Тамырым – башҡорт» тигән төбәк-ара балалар форумы үтте. Маҡсаты – уҡыусыларҙа этномәҙәни һәм илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләү. Унда Ырымбур, Силәбе, Свердлов, Ҡурған, Төмән өлкәләренән һәм Пермь крайынан 10-ар уҡыусы саҡырылғайны. Был матур сараны Башҡорт­остан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Халыҡтар дуҫлығы ассамблеяһы ойошторҙо.

Беҙ - үҙебеҙ башҡорттар!
Беҙ - үҙебеҙ башҡорттар!

йәш милләттәштәребеҙ Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика баш­ҡорт интернат-гимназияһында йәшәне. Улар өсөн мауыҡтырғыс программа әҙерләнгәйне. Уҡыусылар баш ҡалалағы музейҙарҙа, шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов ауылындағы легендар генерал Миңлеғәле Шайморатов музейында ла булды.
Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрында һәм «Һеңлекәш» фильмында Йәмил ролен башҡарған Арыҫлан Ҡырымсурин менән осрашыу, Өфөнөң иҫтәлекле урындарына һәм Ағиҙел буйлап теплоходта сәйәхәт, «Аврора» һәләттәрҙе үҫтереү үҙәге менән танышыу ҙа бик оҡшаған «Тамырым – башҡорт» форумында ҡатнашыусы ҡыҙҙар һәм малайҙарға.
1 июндә «Торатау» конгресс-холында уҙған «Арт-Ҡоролтай.Балалар» мәҙәни форумында иһә улар өсөн милли музыка ҡоралдарында уйнар­ға өйрәнеү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. «Мәргән уҡсы» хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин ойошмаларының эшмәкәрлеге, уҡ-һаҙаҡ менән таныштырһа, педагог, бейеүсе һәм ҡурайсы Рәйес Низаметдинов балаларҙың күҙ алдында ҡурай яһап, уйнап та күр­һәтте. Йәнле аралашыу барышында «Аҡбуҙат» журналы баш мөхәррире, шағирә Лариса Абдуллина халҡыбыҙҙың күренекле шәхестәрен иҫкә төшөрөп, ярыш та үткәреп алды.
Бөрйән районына, Шүлгәнташ мәмерйәһенә, Башҡорт дәүләт ҡурсаулығына сәйәхәт һуң?! Әлбиттә, халҡыбыҙҙың сәнғәт эшмәкәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары лидерҙары менән осрашыуҙар ҙа балалар­ҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр. Форум юҡҡа ғына «Тамырым – башҡорт» тип аталманы. Республиканан ситтә йәшәгән башҡорт малайҙары һәм ҡыҙҙары тамырҙарын онотмаясаҡ. Уларҙың баш­ҡортса йырлауҙары, матур итеп шиғырҙар һөйләүҙәрен ишетеп ҡыуанабыҙ. Әлеге форумдан һуң «Башҡорт теле – баш­ҡорт иле» проекты буйынса уҡыуҙарын Өфөлә дауам итергә теләүселәр ҙә күбәйгән.
– Халыҡтар дуҫлығы йорто бик шәп проектты тормошҡа ашыра. Беҙҙең делегацияла – Свердлов өлкәһенең баш­ҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге үткәргән бәйгеләрҙә еңеүсе балалар. «Белем» төбәк-ара фес­тивалендә, «Урал батыр», «Һеңлекәш» фильмы буйынса һәм башҡа конкурстарҙа ла һынатманы улар. Ҡайһы бер балалар форум барышында уҡ, тағы ла ошондай сараға эләгеү өсөн нимә эшләргә кәрәк, тип ҡыҙыҡһына башланы. Ҡыҙҙар башҡорт бейеүе элементтарын ҡабатлай, күптәр туғандарынан үҙенең ниндәй ырыуға ҡарауы тураһында һораша. Форумдың маҡсаты балаларҙа үҙҙәренең тамырҙарына ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу ине һәм был тормошҡа ашты! – ти Башҡортостан халыҡтар дуҫлығы йортоноң Свердлов өлкәһендәге филиалы етәксеһе Светлана Ринат ҡыҙы Ҡалмырҙина.
Ян Тимерғәзиев менән дә һөйләшәбеҙ.
– Минең әсәйем Силәбе өлкәһенән, табын ырыуы баш­ҡорто. Был форум юҡҡа ғына «Тамырым – башҡорт» тип аталмай, тамырҙарым – ошо ерҙә. Үҙемә күп дуҫтар таптым. Бында күптәр туған телендә иркен аралаша, мин дә башҡортса һөйләшергә теләйем. Өйрәнә башланым инде, яңы дуҫтарым һәм вожатый­ҙар ҙур теләк менән ярҙам итте. «Арт-Ҡорол­тай.Ба­ла­лар»ҙың пленар өлөшөндә «Тамырым – башҡорт» форумы йыл һайын географияһын киңәйтеп, балаларҙы күберәк йәлеп итеп үткәрел­һен ине, тигән тәҡдимем хуп­ланды. Бының өсөн бик шатмын, – тине ул.
Форумды ябыу тантанаһында уҡыусылар Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов менән осрашты. Ул: «Илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә тыуһағыҙ ҙа, Башҡорт­остан һеҙҙең Ватанығыҙ булыуын онотмағыҙ», – тип балаларҙы республикабыҙ менән бәйләнеште өҙмәҫкә саҡырҙы.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Беҙ - үҙебеҙ башҡорттар!
Беҙ - үҙебеҙ башҡорттар!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас в