Әйткәндәй, был проект сәсәнлекте һаҡлау, үҫтереү маҡсатында мәҙәни башланғыстарҙың Президент фонды грантына тормошҡа ашырыла. Конкурс-фестивалде Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады һәм Сәсәндәр үҙәктәре ойошторҙо.
– Ысынлап та, һеҙҙә телһөйәрҙәр күп икән, – ти Талантаалы Бакчиев. – Башҡортостан халҡы, Бөрйән тәбиғәте лә һоҡландырҙы. Башҡорт та, ҡырғыҙ ҙа ғорурлана ала: һеҙҙең «Урал батыр»ығыҙ, ә беҙҙең «Манас»ыбыҙ бар. Был бөйөк эпостарҙы яратып өйрәнәләр. Шуныһы ҡыуаныслы!
Ҡырғыҙстан ҡунағы йәш сәсәндәргә уңыштар теләп, «Манас»тан өҙөк тә һөйләп ишеттерҙе. Һоҡланып тыңлап ултырҙыҡ.
Бәйгеселәр берәм-берәм сәхнәгә сыҡты. Әлбиттә, күптәре «Урал батыр»ҙан, шулай уҡ «Алпамыша», «Аҡһаҡ ҡола», «Заятүләк менән Һыуһылыу», «Ҡара юрға», «Тарғын менән Ҡужаҡ» кеүек эпостарҙан өҙөктәрҙе, башҡорт халыҡ әкиәттәрен, береһенән-береһе уҙҙырып, яттан һөйләне. Ҡурайҙа ла, ҡумыҙҙа ла, думбырала ла уйнап ебәрҙеләр үҙҙәре! Башҡа милләт вәкилдәре лә килгәйне бәйгегә. Мәҫәлән, Красноярск ҡалаһынан Рау Мария, Мәскәүҙән Мария Велытяк. Улар урыҫ телендә сығыш яһаһа, Тойғон Гоголев – яҡутса, ә Гөлйегет Ҡубанысбәков – ҡырғыҙса.
2018 йылда «Урал батыр»ҙа Гран-при яулаған Учалы ҡыҙы Ләйсән Золотарёва ла финалда ҡатнашты. Уның I синыфты тамамлаған һеңлеһе – Яҙгөл Нуретдинова ла бәйгелә көсөн һынаны. Бына бит нисек! Апаһының юлын дауам итеүсе бар! Ҡыҙҙарҙы оҫталыҡҡа атайҙары Ирек Әсғәт улы Нуретдинов менән әсәйҙәре Оксана Викторовна Золотарёва өйрәтә икән.
Хәйбулланан Билаловтар менән дә танышабыҙ. Тимур – I, Әминә – III, ә Батырхан VII синыфты тамамлаған. Әбүбәкер ауылынан улар. Бәйгеләрҙә ҡатнашып торалар. Хәйбулла районында уҙған Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев исемендәге «Сәсән һүҙе нур сәсә» конкурсында Әминә – беренсе, Тимур менән Батырхан икенсе урын яулаған.
– «Урал батыр»ҙы ғына түгел, хәҙер бүтән эпостарҙы ла өйрәнеүгә тотондоҡ, – ти етәкселәре Гөлдәриә Хәйбрахман ҡыҙы Билалова менән Әлфиҙә Ғәфүр ҡыҙы Ултраҡова.
Йылайырҙағы Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһынан Фәтихә Мәхмүтова XI «А» синыфын тамамлай. Уның өсөн яуаплы осор. Ваҡыт табып, бәйгегә килеп еткән бит әле. Ул «Урал батыр»ҙан өҙөктө һөйләгәндә ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнап, һамаҡлап та күрһәтте. Фәтихәне әсәһе, китапханасы булып эшләүсе Гүзәл Фәрит ҡыҙы әҙерләгән.
Жюри ағзаларына иң-иңдәрҙе билдәләү ҡыйын булғандыр инде. Матур-матур сығыштар күп булды. Әйҙәгеҙ, еңеүселәрҙе ҡотлайыҡ!
13 йәштән 25 йәшкә тиклемгеләр араһында Гран-приҙы ике кеше яуланы: Баймаҡ районынан Мирас Үҙәнбаев менән Ҡырғыҙстандан Гөлйегет Ҡубанысбәков. Уларға диплом һәм ҡиммәтле бүләктәрҙән тыш, бәйгенең төп призы – фестивалдең гәүһәр менән биҙәлгән алтын символы тапшырылды. Ә Саха (Яҡут) Республикаһынан Тойғон Гоголев – I дәрәжә, Дәүләкән районынан Гөлүзә Әхмәҙиева – II дәрәжә, Мәскәүҙән Мария Велытяк III дәрәжә диплом алып һөйөндө.
5 йәштән 12 йәшкә тиклемге балалар араһында Гран-при берәүгә лә бирелмәне. Ә I дәрәжә диплом менән Өфө ҡалаһынан Дарья Топычканова бүләкләнде. Бөрйәндән Илмир Ҡужабаев (иң йәш ҡатнашыусы) II дәрәжә дипломға лайыҡ булды. III дәрәжә диплом Мәләүез районынан Альбина Ғәйфуллинаға бирелде.
Лауреаттарға Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының приздары һәм конкурстың көмөш символы тапшырылды. Әйткәндәй, был символға сәсәндең төп музыка ҡоралдары – ҡурай менән думбыра һүрәте төшөрөлгән.
Конкурс-фестивалдең махсус приздарына Мария Рау (Красноярск ҡалаһы), Аида Йомағужина (Дыуан районы), Тимур Билалов (Хәйбулла), Айһылыу Кәримова (Сибай ҡалаһы), Миләүшә Дүсиева (Баҡалы) лайыҡ булды.
М. ХӘЙБУЛЛИН.