+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Күңел шатлыҡҡа тула

Һаҡмар йылғаһы аша һалынған күперҙе үтеү менән һәр кемде «Мин Вәзәмде яратам» яҙыуы сәләмләй. Матур урын. Ауылды биҙәп тора. Уның янында туҡталып, күптәр иҫтәлеккә фотоға төшөргә тырыша.

Күңел шатлыҡҡа тула
Күңел шатлыҡҡа тула

Бәләкәй Арыҫланғол ауылын халыҡ Вәзәм тип йөрөтә. Бында ситтән килеп, һоҡланмаған кеше юҡтыр, моғайын. Ауыл йылдан-йыл күркәмләнә, төҙөкләнә.
Тынғыһыҙҙар, берҙәмдәр, өлгөрҙәр, уңғандар, оҫталар йәшәй Вәзәмдә. Улар һуҡма шәлдәре, балаҫтары, баҫыл­ған кейеҙҙәре менән дан тота. Башҡорттоң боронғо кәсептәрен яңынан тергеҙәләр, балҡыталар инде. Хәҙер вәзәмдәрҙе районда ғына түгел, тотош Башҡортостанда ла яҡшы беләләр. Хатта Мәскәүгә лә күргәҙмәгә барып ҡайтҡандар. Йыр-моңға ла, бейеүгә лә әүәҫ үҙҙәре. Әллә ҡайҙан балҡып ултырған мәҙәниәт йортонда Гөлназ Ғамир ҡыҙы Сурина етәкселегендә ниндәй генә ҡыҙыҡлы байрам, осрашыу, күңелле уйын, ярыш үткәрелмәй! Был сараларҙа олоһо ла, кесеһе лә ихлас ҡатнаша.
Улар «Айыҡ ауыл – 2021» республика бәйгеһендә еңеүсе булып танылғайны. Дүрт миллион һум күләмендәге аҡса менән бүләкләнделәр.
– Бәйгелә вәзәмдәр һынатманы. Барыһын да һоҡландырып, ҙур еңеүгә ирештеләр. Әле бына фай­ҙаһын күрәләр. Шул аҡсаға балалар өсөн уйын һәм хоккей майҙансыҡтары, урам сәхнәһе төҙөлдө, шул урындарҙы һәм мәсет эргәһен яҡтыртыу өсөн ҡоролмалар, ауылға ингән ерҙәге «Мин Вәзәмде яратам» яҙыуы ҡуйылды. Шулай уҡ клуб матур итеп кәртәләнде, – ти Әбеш ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Таһир Мөғлитдин улы Юнысов.
Хәҙер Вәзәм ауылы һәр көндө балаларҙың шат тауыштарынан гөрләп тора. Ҡыҙҙар, малайҙар уйын май­ҙансыҡтарында рәхәтләнәләр генә! Уларға ҡарап күңел шатлыҡҡа тула.

М. ХӘЙБУЛЛИН.
Хәйбулла районы, Бәләкәй Арыҫланғол ауылы.

Күңел шатлыҡҡа тула
Күңел шатлыҡҡа тула
Күңел шатлыҡҡа тула
Күңел шатлыҡҡа тула
Күңел шатлыҡҡа тула
Күңел шатлыҡҡа тула
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: