2022 йылда тәүге «Яҡташлыҡ көсө» форумы үтте. Быйыл 4 майҙа ул икенсе тапҡыр ойошторолдо. 2023 йыл республикабыҙҙа Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы тип иғлан ителгәйне. «Атайсал» проекты быйыл тағы ла күберәк яҡташтарыбыҙҙы берләштерҙе. «Атайсал» порталында әлеге ваҡытта 4 мең 600 кеше теркәлгән, уларҙан 18 мең ғариза килгән. 16,5 мең проект тормошҡа ашырылған.
Изгелек эшлә лә һыуға һал, халыҡ күрмәһә, балыҡ күрер, тигән өйтем бар. Изге күңелле кешеләр тарафынан изге ғәмәлдәр электән башҡарыла. Күп меценаттар тыуған ерҙәренә, мәктәптәренә ярҙам итә, мәсет төҙөй, спорт залына, мәҙәниәт усағына кәрәкле әйберҙәр бүләк итә. Яҡташтарына ярҙам итеү уларҙың булмышынан. Эйе, бер кем дә бер кемгә лә тейеш түгел кеүек, әммә кешеләр йөрәк ҡушыуы буйынса изгелек эшләмәй булдыра алмай. Был турала улар һөйләп тә бармай торғайны, ә «Атайсал» порталында һәр кемдең башҡарған матур эше теркәлеп бара. Был бүтәндәр өлгө алһын өсөн дә кәрәк.
Бөгөнгө форумға 1 меңдән ашыу кеше йыйылды. Эшләнгән эштәргә йомғаҡ яһалды. Баймаҡ районынан шәхси эшҡыуар Илсур Нәбиуллин, мәҫәлән, тыуған ауылы Бетерәлә мәсет төҙөткән. Балалар йорттарына ярҙам итә, конкурстарҙа бағымсы була. Тағы бер һоҡланғыс проекты бар.
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атай-әсәйһеҙ үҫергә тура килде, улар автоһәләкәттә үлеп ҡалды. Иң яҡын кешеләремде ҡыуандырыу мөмкинлеге булмағас, бүтәндәргә ярҙам итергә булдым. Өләсәйем, әсәйем иҫән булһалар, уларҙы ял итергә ебәрер инем. Был мөмкин түгел шул. Шуға ла Әсә көнө алдынан бығаса бер ҙә шифаханала булмаған, ауыр эштә әҙ генә эш хаҡына эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарға юллама бүләк итергә булдым. Минең тәҡдимде таныш эшҡыуарҙар ҙа күтәреп алды, былтыр – 8, быйыл 12 әсәгә шифаханала ял итеү мөмкинлеге бирҙек, – ти ул.
Икенсе бер меценат - сығышы менән Ҡырмыҫҡалы районынан, әле Яҡут-Саха республикаһында йылға транспорты компанияһын етәкләгән Михаил Малюшин. Бала саҡтан ситкә күсеп китһәләр ҙә тыуған ауылы Под лубово менән бәйләнеште өҙмәй. Төҙөкләндереү эштәрендә, ярҙамға мохтаж ауылдаштарына ла ярҙам итә. Алты балаһы бар. Атай кеше ҙур ғаиләһен, ейәндәрен йыл һайын тыуған яғына алып ҡайта, балаларының да меценатлыҡ эшен дауам итеүҙәрен теләй.
«Атайсал» проекты яҡташтарҙы, бөтә башҡортостанлыларҙы берләштерә. Әйткәндәй, форумға республикабыҙҙа тыуып-үҫеп, ил кимәлендә ҙур дәрәжәләргә ирешкән яҡташтарыбыҙ байтаҡ килгәйне.