-31 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Төтөнө бөтмәгән әле

Беҙҙең Хәйбулла районында ла халыҡ хәтерендә генә йәшәп ҡалған ауылдар бар. Ә Төрткәнде бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан, тип әйтке лә килмәй. Тыуған ауылыбыҙҙа берәү ҙә йәшәмәһә лә, уны һағынып, юҡһынып ҡайтып йөрөүселәр күп. Йәйгеһен ул бала сағыбыҙҙы иҫкә төшөрөп, йәнләнеп китә...

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Төрткән, йәғни Бәләкәй Әбеш ауылы XIX быуаттың аҙағында барлыҡҡа килгән. Уға нисәнсе йылда нигеҙ һалыныуын аныҡ ҡына әйтеүе ҡыйын. Тарихсылар Әбештән бүленеп сығыуыбыҙҙы раҫлай.
Төрткәндә 1900 йылда – 170, ә 1920 йылда 111 кеше йәшәүе билдәле. Әбделмән Юнысов һөйләүенсә, ауылға иң тәүгеләр булып Хисаметдин һәм Рәхмәтулла Юнысовтар, Әйүп Торошов нигеҙ һалған.
1930 йылда, «Сәлихйән» колхозы булып ойошҡан саҡта, Төрткәндә 38 йорт була. Тәүге хужалыҡ етәксеһе – Йәһүҙә Юнысов. Ул аҙаҡ, 1937 йылда, нахаҡҡа ғәйепләнеп, ҡулға алына.
Әйткәндәй, ауылда 1932 йыл­ға тиклем мәсет булған, уның указлы муллаһы – Әхмәтшәриф Юнысов. Ул дини белемде Ырымбур ҡалаһында алған. Торараҡ мәсет бинаһында дүрт синыфлы мәктәп асалар, тәүге уҡытыусылар – Нуретдин Ишем­ғолов һәм Ҡотлоғужа Хәки­мов.
Төрткән исеме ҡайҙан килеп сыҡҡанмы? Ҡасандыр был ауыл кешеләренең ата-бабалары Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһы аръяғында урынлашҡан Дүрткүл ауылында йәшәгән, тигән фараз бар. Йәнәһе, ул яҡтарҙа бер мәл билдәһеҙ ауырыу тарала, көтөү-көтөү мал ҡырыла башлай. Шул сағында Дүрткүл ауылының бер төркөм кешеләре, ошо сирҙән ҡотолоу эҙләп, малдарын урман яғына ҡыуып алып китә.
Улар тауҙар үтеп, Һаҡмар буйлап китеп барғанда Йомас күле янына туҡтай һәм хозур тәбиғәтле урында төпләнергә ҡарар итә. Иң тәүҙә ауырыуҙан һаҡлар өсөн малдарын бер урынға туп­лап, уларҙы уратып ут яғып ебәргәндәр.
Быны күреп, тирә-яҡ ауылдар халҡы яңы күршеләре тураһында «ут төрткәндәр» тигән хәбәр тарата. Артабан был һүҙбәйләнеш һүҙ-атамаға әйләнеп, «Төрткән» булып киткән.
Был фаразды журналист Сәлимә Байгилдина ошо ауылдан сыҡҡан Юныс Юнысовтан яҙып алған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Төрткәнебеҙ юҡ инде... Киләсәге юҡ, тип мөһөр һуғыл­ған ауылдар исемлегенә инеп, унан бөтөнөһө күсеп киткән. Хәҙер төрткәндәр күрше Әбештә, районыбыҙҙың төрлө ауылдарында йәшәй, Медногорск, Екатеринбург, Сор­ғот, Радужный, Норильск, Өфө, Сибай, Баймаҡ кеүек ҡалаларға һибелгән. Осрашыуға Хужәхмәт Рәхмәт улы Юнысовтың ейәнсәре Гөлнара Юнысова ла ҡыҙҙары Илина, Линда менән Иорданиянан ҡайтып еткәйне.
– Сит ерҙәрҙә йәшәһәк тә, тыуған Башҡортостаныбыҙҙы онотмайбыҙ. Хужәхмәт ҡартатайымды ла иҫән саҡта күреү бәхете тейҙе. Һәр йәйҙә Төрткәнгә ҡайта торғайныҡ. Бына әле үҙемдең балаларым да байрамға килде. Беҙҙең өсөн ныҡ иҫтәлекле көн, – тине ул.
Абдуллиндар, Илембәтовтар, Торошовтар, Фәттәховтар, Хәкимовтар, Юнысовтар... Ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, ауылыбыҙҙы онотмайбыҙ. Һаман да беҙҙе ата-әсәләребеҙ, ҡартатай-ҡарт­әсәйҙәребеҙ, туғандарыбыҙ көтөп торған һымаҡ. Эйе, изге туп­раҡ, ауаз һалған, тәпәй баҫ­ҡан тыуған еребеҙ үҙенә саҡыра кеүек.
Яңыраҡ үҙебеҙ үҫкән яҡҡа ҡайтып, һөйөнөслө ваҡиға кисерҙек. Бөткән ауылыбыҙҙың ҡап уртаһында 1941 – 1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған, Еңеү менән ҡайт­ҡан яугирҙарға, тыл батырҙарына арналған стела ҡалҡып сыҡты. Атайсалға изге ғәмәлдәр йылында халыҡ аҡсаһына һалынды ул. Бигерәк тә иң күп өлөш индереүсе «Хәйбулла» тау компанияһы генераль директоры Йәһүҙә Әбүзәр улы Юнысов­ҡа ҙур рәхмәт әйтке килә. Стеланы асыуҙа башлап йөрөүсе, әүҙемлек күрһәтеүсе Азамат Риф улы Юнысов, Ишмөхәмәт Айса улы Торошов, уның хәләл ефете Заһира Ғилман ҡыҙы Биккинина, Эльвира Рәшит ҡыҙы Фәйезова һәм Әбеш ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Таһир Мөғлитдин улы Юнысовтар ҙа маҡтауға лайыҡ.
Нимә ул атайсал? Төп нигеҙ, тыуған йорт, тыуған яҡ, тыуған ер. Бала сағың үткән урам. Тыу­ған тәбиғәт. Атайсал – яҡташтарҙы, ауылдаштарҙы берләштереүсе лә.
Һағынғанда, юл төшкәндә
Ҡайтығыҙ нигеҙҙәргә.
Ихлас ниәткә юлдарҙы
Әруахтар тигеҙләрҙәр...
Һүҙемде яҡташыбыҙ, Башҡорт­остандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың шиғыр юлдары менән тамамлағы килә.

 

          Төрткән

Яҡташым, журналист Мирсәйет Юнысовҡа.

Һаҡмар буйы – урман да тау,
Тау ҙа урман үткеһеҙ.
Аулаҡ ер ята саҡырып,
Хыялдар ҙа еткеһеҙ.
   «Ҡолһуалла»ларын уҡып,
   Килгән ата-бабалар.
   Ышанғандар:
   «Ер үҙ итер!» –
   Эҙләгәнде табалар.
Халыҡ килгән яңы ергә
Ҙур Әбештән бүленеп.
Бәләкәй Әбеш үҫкән яйлап,
Ҡарар күҙгә күренеп.
(Бүтән исеме лә булған
Халыҡ телендә – Төрткән:
Элек унда янғын булған,
Кемдер, имеш, ут төрткән.)
   Арыу йәшәп киткән Төрткән,
   Донъя көткән башҡорттар.
   Төрткәнгә оҙаҡ йөрөгән
   Ил хәбәре Баш йорттан.
«Һаҡмарым – һалмалы һыуым...»
«Һаҡмар барҙа – һаҡ та бар...» –
Тиһәләр ҙә күпме яҡташ,
Башын һалып, сит яҡтарҙа
Тыуған ерен һаҡлаған...
   Килгән хәтәр заманалар,
   Иләгенән иләгән,
   Дауылдары ауылдарҙы
   Ер йөҙөнән елгәргән.
Төрткәнгә йәшендәй һуҡҡан
Ят сәйәсәт киҙәнеп.
«Төрткән, Төрткән –
төтөнө бөткән!»
Тип көлгәндәр кинәнеп...
   Әрнеүегеҙ, һағышығыҙ
   Һәйкәл булып бер ҡалҡыр,
   Һеҙҙең күҙ йәше урамда
   Ысыҡтай сағыу балҡыр.
Һағынғанда, юл төшкәндә
Ҡайтығыҙ нигеҙҙәргә.
Ихлас ниәткә юлдарҙы
Әруахтар тигеҙләрҙәр.
   Төрткән, Төрткән...
   Үрләр төтөн! –
   Донъя бит ул – ҡуласа.
   Дөрләр усаҡ,
   Үрләр төтөн –
Бешер һалма, йыуаса...
Сыңлар ҡумыҙ, иңрәр ҡурай,
Талдарҙа һандуғастай,
Һаҡмар ағыр, тауҙар бағыр
Һәр яңы таң тыуғас та.
   Әлмисаҡтан килгән һөйөү
   Ғәзиз тупраҡ – Уралға.
   Ата-баба аманатын
   Һаҡла һин дә, туғанҡай!
   Һаҡлайыҡсы, туғандар!
Аптырамайым яҡташтар
Күҙҙәрен йыш һөрткәнгә...
Ауыл һеҙҙе һағыналыр –
Йыш ҡайтығыҙ Төрткәнгә!
Йыш ҡайтығыҙ Төрткәнгә!..

Ҡәҙим АРАЛБАЙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры.

14/05/2023.

 

Мирсәйет ЮНЫСОВ.
Хәйбулла районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас в