-31 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Иҫ киткес матурлыҡ!

Башҡортостан халҡы был аҙнала билдәләйәсәк Милли кейем көнө айҡанлы “Глобус” балалар ижады үҙәгендә оҫталыҡ дәресе үтте.

Иҫ киткес матурлыҡ!
Иҫ киткес матурлыҡ!

“Бусинка” берекмәһе етәксеһе Айгөл Миҙхәт ҡыҙы Плотникова балаларға туҡыманы акрил буяуҙар менән биҙәү серҙәрен асты. Тәүге тапҡыр бындай ысулға тотонһалар ҙа, балалар шул тиклем күңел биреп эшләне. Бигерәк матур килеп сыҡты! Акрил буяуҙар менән йәнең теләгән кейемде биҙәргә була: футболка, кофта, хатта сумка кеүек әйберҙәр ҙә яңы рәсем ярҙамында балҡып китәсәк. Ә ошолай һүрәт төшөрөргә йә башҡа һөнәрҙәргә (бейеү, йыр, музыка ҡоралында уйнау, спорт, шахмат, сайттар эшләү, уҡ атыу...) өйрәнергә теләһәң, бөгөн үк “Глобус”тың үҙенә рәхим ит! Эйе, тап бөгөн көндөҙгө биштә Асыҡ ишектәр көнө үтәсәк. Адрес: Өфө, Комсомол урамы, 79-сы йорт.

Фото: globus.

Иҫ киткес матурлыҡ!
Иҫ киткес матурлыҡ!
Иҫ киткес матурлыҡ!
Иҫ киткес матурлыҡ!
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас в