+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Беҙ һеҙҙе яратабыҙ, Лилиә Рәми ҡыҙы!

Яратҡан тәрбиәсебеҙҙе көн дә ҡыуандырып ҡына   торғобоҙ килә. Сөнки ул –  һөйкөмлө, алсаҡ, сибәр кеше.  Уның тыныс ҡына тауышын ишетеү менән беҙгә рәхәт булып китә. Апайыбыҙ беҙҙең интернатыбыҙҙа икенсе әсәй кеүек бит ул.   Үҙе таҙалыҡты яратҡас, беҙҙән дә шуны талап итә.

Беҙ һеҙҙе яратабыҙ, Лилиә Рәми ҡыҙы!
Беҙ һеҙҙе яратабыҙ, Лилиә Рәми ҡыҙы!

Лилиә Рәми ҡыҙы ҡайһы ваҡыт бик етди булһа ла, беҙ уның күҙенә ҡарап ҡына торабыҙ. Сөнки үҙен яратабыҙ, беҙҙе киләсәк тормошҡа ныҡлы һәм кешелекле итеп  әҙерләргә тырыша.  Нисек дуҫ йәшәргә, ғәҙеллек, тоғролоҡ тураһында күп һөйләшәбеҙ.  Ҡайһы ваҡыт шаулап та китәбеҙ, ни тиһәк тә, беҙ бала-сағалар бит әле.

Беҙ яратҡан тәрбиәсебеҙҙе Яҙ байрамы – 8 Март көнө менән ҡотлап, изге теләктәребеҙҙе еткереп, уға һаулыҡ, бәхет һәм уңыштар теләйбеҙ.

Изге эшегеҙ, киләсәкте, йәғни беҙҙе тәрбиәләүгә индергән тос өлөшөгөҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, Лилиә Рәми ҡыҙы.

 

 

 

V “А”, V “Б”  синыфы уҡыусылары.

Күмертау ҡалаһы, 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Беҙ һеҙҙе яратабыҙ, Лилиә Рәми ҡыҙы!
Беҙ һеҙҙе яратабыҙ, Лилиә Рәми ҡыҙы!
Беҙ һеҙҙе яратабыҙ, Лилиә Рәми ҡыҙы!
Беҙ һеҙҙе яратабыҙ, Лилиә Рәми ҡыҙы!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: