+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Беренсе уҡытыусым - Гүзәл Рәйес ҡыҙы.

Уҡытыусым! Алтын хәрефтәрҙе Һин бит башлап миңә өйрәттең,

Беренсе уҡытыусым - Гүзәл Рәйес ҡыҙы.
Беренсе уҡытыусым - Гүзәл Рәйес ҡыҙы.

Алтындан да ҡиммәт аҡылың менән

Зиһенемде минең киңәйттең.

           Р.Шаммас.

      Уҡытыусы. Ошо исемдән дә юғарыраҡ ниндәй исем бар? Һәр кем был һөнәр эйәһе була алмайҙыр ул. Беренсе уҡытыусымды ныҡ ихтирам итәм. 1 сентябрҙә ҡолас йәйеп ҡаршы алған, беҙҙе ҡошсоҡтары кеүек ҡурсалап алып йөрөгән Гүзәл Рәйес ҡыҙы Йомағужина ул.

Аҡыллы, белемле,  изге күңелле кеше. Беҙ уҡытыусыбыҙ менән бергә матур итеп уҡырға, яҙырға, һүрәттәр төшөрөргә, буярға, иҫәпләргә өйрәндек.

 Гүзәл Рәйес ҡыҙы Белорет районы Шығай урта белем биреү мәктәбендә күп йылдар эшләй. Уҡытыусым биҡ ҡыҙыҡлы итеп дәрестәр алып бара, төрлө экскурсиялар, йыш ҡына һүрәттәр конкурсы ойоштора. Шуға ла мин дәрес ҡалдырмай, тик яҡшы билдәләргә генә уҡырға тырышам.

Тәүге уҡытыусымдың шундай булыуына мин бик шатмын. Гүзәл Рәйес ҡыҙына эшендә, тормошонда уңыштар, һаулыҡ теләйем һәм бәләкәй генә видеояҙма тәҡдим итәм.

Наҙлыгөл ӘБҠӘДИРОВА, IV синыф уҡыусыһы.

Белорет районы, Шығай мәктәбе.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: