+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һәйбәт эштәребеҙ менән яуап бирәйек

Уҡытыусы һөнәре – бик ауыр һәм яуаплы эш. Һәр кем ысын уҡытыусы була алмай. Һеҙгә үҙебеҙҙең синыф етәксеһе Фәнзилә Фаид ҡыҙы Камалова тураһында һөйләргә теләйем.

Һәйбәт эштәребеҙ менән яуап бирәйек
Һәйбәт эштәребеҙ менән яуап бирәйек

Ул – үҙ эшенең оҫтаһы, яҡшы белгес.  Дәрестәрендә мин бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алам. Ул ҡағиҙәләрҙе, теманы аңлата. Әгәр балалар бирелгән эште үтәй алмаһа, Фәнзилә Фаид ҡыҙы мотлаҡ тағы бер тапҡыр аңлатасаҡ. Уҡытыусыбыҙ бер ҡасан да дәрестәрҙән һуң ҡалыуҙан баш тартмай, өҫтәмә рәүештә уҡыусылар менән шөғөлләнә. Беҙҙә уҡыуға һәм эшкә һөйөү, өлкәндәргә хөрмәт, беренсе булырға ынтылыш тәрбиәләй.

Уҡытыусыбыҙ менән һәр ваҡыт мәктәп байрамдарында, ярыштарҙа һәм конкурстарҙа ҡатнашырға тырышабыҙ, призлы  урындар алабыҙ. Фәнзилә Фаид ҡыҙы – тәрән белемле, ижади эшләүсе оҫта педагог та, тип әйтер инем. Уға изгелек, ғәҙеллек, тәүәккәллек, эш һөйөүсәнлек хас. Нәҡ Фәнзилә Фаид ҡыҙы беҙҙә туған телгә һөйөү тәрбиәләй, уны онотмаҫҡа өйрәтә. Туған телебеҙҙә – үткәнебеҙ, бөгөнгөбөҙ һәм киләсәгебеҙ! Туған тел дәрестәрен ҡәҙерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ. Фәнзилә Фаид ҡыҙына сабырлығы өсөн рәхмәтлебеҙ. Ул – үрнәк булырлыҡ педагог.
Сократ уҡытыусыны ямғыр тамсыһы менән сағыштырған. Ысынлап та, ямғыр тамсыһы бар тереклеккә йән өрә, энергия бирә, үҫергә ярҙам итә. Уҡытыусы ла шул ямғыр тамсыһылай һәр уҡыусының күңел түрен аса, белем орлоҡтарын һалып, уның мөмкинлектәрен асырға, тормошта дөрөҫ йүнәлеш алырға ярҙам итә.

Ә инде бөйөк мәғрифәтсе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев әйткәнсә, “бала күңеле аҡ ҡағыҙ, ни яҙһаң, шул ҡала, бала зиһене – лакмус, ни һөйләһәләр, шул һеңә”. Уҡытыусылар ошо аҡ ҡағыҙға бары тик матурлыҡ, изгелек, мәрхәмәтлелек орлоҡтарын сәсергә, заман талаптарына яуап биргән, һәр яҡтан камил, фекер йөрөтә алған һәләтле шәхес итеп тәрбиәләргә тейеш.
Уҡытыусы – ул иң мәрхәмәтле һөнәр. Был изге, ғәҙел, ҡәҙерле хеҙмәт эйәләренә ҡарата маҡтау һүҙҙәре, дан йырҙары ғына аҙ кеүек. Һәйбәт эштәребеҙ, матур әҙәбебеҙ менән рәхмәт ҡайтарайыҡ тәрбиәселәребеҙгә. Баш эйәйек, хөрмәтләйек уҡытыусыларыбыҙҙы!

Азалиә ФАЗДАЛОВА, IV синыф уҡыусыһы.

Илеш районы, Үрге Йәркәйҙәге 4-се мәктәп.


#Уҡытыусыостазйәншишмә

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: