+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Тормош һынауына бирешмәй

 «Кешене ерҙә бәхетле итә торған өс нәмә бар: беренсеһе – ниндәй ғаиләлә тыуып үҫеүең, икенсеһе – ниндәй уҡытыусыла белем алыуың, өсөнсөһө – ниндәй йәмғиәттә йәшәүең», тигәнде минең йыш ишеткәнем бар.

Иншама керешкәндә ҡабат ошо фекер хәтергә килде. Тимәк, мин – иң бәхетле кеше, сөнки татыу, бер-береһен хөрмәт иткән уҡытыусы ғаиләһендә тыуғанмын.

Минең  әсәйем Ләйсән Мәргән ҡыҙы Фәйзуллина - иң хөрмәтле, кәрәкле, ауыр,  ләкин маҡтаулы һөнәр эйәһе, ул – уҡытыусы.

 23 йыл мәктәптә балаларға туған  теленең серҙәренә төшөнөргә, әҙәбиәтебеҙҙең серле донъяһын аңларға ярҙам итә.  Минең уйлауымса, бөтә кеше лә ысын уҡытыусы була алмай. Уҡыусыла уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу – талант ул. Талантлы булыу ғына ла етмәй, балаларҙы ихлас яратырға кәрәк. Әгәр ҙә уҡытыусыла ошо сифаттар бар икән, үҙе лә уңышлы эшләй һәм уҡыусыларынан да уңа. Быларҙан тыш, педагог өсөн үҙ предметын яҡшы белергә һәм синыфта эште дөрөҫ ойоштора белергә кәрәк. Ә минең әсәйем тап ошо сифаттарҙың бөтәһенә лә эйә.

  – Хәйерле көн, балалар! – Мөләйем генә йылмайып синыф бүлмәһенә килеп ингән уҡытыусыны уҡыусылары аяғүрә баҫып ҡаршы ала. Ул – минең ҡәҙерле әсәйем. Әсәкәйемдең йәш кенә һылыу сағы...

   ...Әсәйемдең һәр һүҙен йотоп алырҙай булып, бөтә иғтибарымды уға йүнәлткәнмен. Ул мине, уйынсыҡтарымды алдыма өйөп һалып, мөйөшкә ултыртып ҡуйған. Миңә апай-ағайҙарҙы уҡытырға ҡамасауламаҫҡа ҡуша. Мин иламайым, тәтәйҙәрем менән булышып  ултыра бирәм. Сөнки өлкән уҡыусы апай-ағайҙар үҙемде тәмлекәстәр менән дә һыйлай. Ҡәләм-ручкаларын да бирәләр, аҡбурҙы микрофон итеп тоттороп, йыр йырлаталар...  Эй, күңелле була торғайны... Әсәйемдең мәктәптә эшләгән йылдары минең күңелемдә ошондай хәтирәләр менән уйылып ҡалған.

Ул үҙ һөнәре тураһында:
– Уҡытыусы – ҡояш кеүек яҡтыртыусы, йылытыусы, киләсәккә тура юл күрһәтеүсе. Уның хеҙмәте бер ваҡытта ла онотолмай. Уҡыусыларының хәтерендә гел яңырып тора, – ти. Әсәйемдең уҡыусылары хәҙер ҙә уны хөрмәт итә һәм яраталар. Кәңәшләшеп, аралашып, ярҙам итеп  торалар.

   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бынан алты йыл элек әсәйем дәртләнеп, ҡанатланып эшләп йөрөгәндә дәрес ваҡытында йәрәхәт алып, һаулығы бик ныҡ ҡаҡшау сәбәпле, яратҡан эшен ташларға мәжбүр булды. 

Тик ул һығылып, һынып ҡалманы. Тормош биргән һынауҙы еңергә тырышып, тик алға ынтылып йәшәй. Әсәйем – минең иң беренсе уҡытыусым, остазым! Сөнки мин нимә менән шөғөлләнһәм дә, хуплап, ярҙам итеп тора. Үҙемдең  бик күп конкурстарҙа (йыр, бейеү, шиғыр һөйләү, ҡурайҙа уйнау булһынмы, олимпиада, ғилми-тикшеренеү эштәре буйынса ла) ҡатнашып еңеүемдә әсәйемдең өлөшө бик ҙур. Миңә дуҫ та, уҡытыусы ла. Ул йәшәүҙе, тормошто ярата. Һәр эштән матур сифаттар күрергә күнеккән, мине лә  шулай тәрбиәләргә тырыша. Әсәйемде бик яратам, уның көслө рухлы кеше булыуы менән ғорурланам, иҫәнлек-һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйем.

Самир ЛАТИПОВ, III синыф уҡыусыһы.

Мәләүез ҡалаһы, Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы.

Тормош һынауына бирешмәй
Тормош һынауына бирешмәй
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: