+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап ҡараның күҙҙәремә..."

Йырҙа йырланғанса, шулай тип әйтерлек уҡытыусыларығыҙ барҙыр, әлбиттә. Улар тураһында "Йәншишмә" гәзите ойошторған "Уҡытыусы.Остаз" тигән конкурсҡа яҙып ебәрегеҙ, дуҫтар.

"Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап ҡараның күҙҙәремә..."
"Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап ҡараның күҙҙәремә..."

Белеүегеҙсә, бәйгенең тәүге өлөшө февралдә үтте. Мартта мәғариф өлкәһендә эшләгән гүзәл заттар тураһында мәҡәләләр, видеояҙмалар көтәбеҙ һеҙҙән, уҡыусылар. 

Конкурс буйынса сыҡҡан материалдар менән "Бәйләнештә" селтәрендә #уҡытыусыостазйәншишмә тигән хэштег аша таныша алаһығыҙ.

Әүҙемерәк булығыҙ. Иң матур хат авторҙарын билдәләп, редакцияның Почёт грамотаһы менән бүләкләйәсәкбеҙ.

Хаят ЙӘРМӨХӘМӘТОВА һүрәте.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: