-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙең маяғыбыҙ

#уҡытыусыостазйәншишмә Уҡытыусы... Тәрән мәғәнәгә эйә был һүҙ. Ул – белем биреүсе, шәхес үҫтереүсе, дөрөҫ юл күрһәтеүсе.

Беҙҙең маяғыбыҙ
Беҙҙең маяғыбыҙ

Мәктәп осоронда беҙгә төрлө уҡытыусылар белем бирә. Шуларҙың береһе, яратҡан уҡытыусыбыҙ, синыф етәксебеҙ Сиренә Фәһим ҡыҙы Ғәббәсова тураһында һүҙем.

Ул беҙҙең Өйәҙетамаҡ мәктәбендә 36 йылдан ашыу инглиз һәм француз теленән белем бирә. Уның дәрестәре шул тиклем матур һәм йөкмәткеле үтә. Дәрестә замана техникаларын иркен ҡулланабыҙ. Ул комьютер, ул интерактив таҡта... Инглиз телендә шиғырҙар ятлайбыҙ, йырҙар өйрәнәбеҙ, олимпиадаларҙа һәм төрлө шиғырҙар конкурсында гел ҡатнашып торабыҙ.

Остазым үҙ эшенә бик ижади һәм етди ҡарай. Беҙҙән дә шуны талап итә.

Сиренә Фәһим ҡыҙының дәрестәрен яратып көтөп алабыҙ. Сөнки ул ингиз теле аша туған телебеҙгә һәм тыуған еребеҙгә һөйөү тәрбиәләй.

 

Тимур МӨХӘМӘҘИЕВ, VIII cиныф уҡыусыһы.

Туймазы районы, Өйәҙетамаҡ мәктәбе.

Беҙҙең маяғыбыҙ
Беҙҙең маяғыбыҙ
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: