+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Спортҡа һөйөү тәрбиәләй

Әнәс Шәрифулла улы Ҡотоев - беҙҙең иң яратҡан физкультура уҡытыусыһы. Ул үҙ һөнәрен бик ярата һәм беҙҙең күңелдәрҙә лә спортҡа һөйөү тәрбиәләй белә.

Спортҡа һөйөү тәрбиәләй
Спортҡа һөйөү тәрбиәләй

Уҡытыусыбыҙ - шулай уҡ саңғы, еңел атлетика, мини-лапта һәм туризм буйынса тренер ҙа. Уның күп кенә уҡыусылары район, төбәк һәм республика ярыштарында призлы урындар яулай. Ә мини-лапта буйынса йыйылма команда уның етәкселегендә Бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнашты.

Әнәс Шәрифулла улы, спорт менән шөғөлләнгән кеше генә сәләмәт, сыҙамлы һәм ныҡ буласаҡ, тип өйрәтә. Дәрестәре бик ҡыҙыҡлы һәм күңелле үтә уның, бөтәбеҙ ҙә көтөп алабыҙ.  Эстафеталарҙа ҡатнашабыҙ, һикергестә һикерәбеҙ, туп менән уйнайбыҙ, йүгерәбеҙ, ярышабыҙ. Дәрестең уҙғаны һиҙелмәй ҙә ҡала.

 Уҡытыусыбыҙ менән походтарға ла сығабыҙ, туристик слёттарҙа ла ҡатнашабыҙ. Ҡайһы саҡта бөтөнләй көтөлмәгән хәлдәр килеп тыуғанда ла  Әнәс Шәрифулла улының тыныслығы һәм ышаныслығы, ә иң мөһиме - юмор тойғоһо дөрөҫ ҡарар табырға ярҙам итә.

Зөлхизә ИСҠУЖИНА.

Хәйбулла районы,  1-се Аҡъяр мәктәбе.

Спортҡа һөйөү тәрбиәләй
Спортҡа һөйөү тәрбиәләй
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: