+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Тәүге уҡытыусым

#уҡытыусыостазйәншишмә Мин үҙемдең башланғыс синыфта белем биргән уҡытыусым Зөлфиә Әнәс ҡыҙы Шәйхуллина тураһында яҙғым килә. Әле булһа иҫемдә беренсе тапҡыр мәктәпкә барған һәм йылмайып ҡаршы алған тәүге уҡытыусым...

Тәүге уҡытыусым
Тәүге уҡытыусым

 Барыбыҙ менән дә ихлас танышып сыҡты. Синыфташтарым да уның күҙҙәренә генә ҡарап тора, артабан да гел генә әйткәндәрен тыңлап,  белем тауҙарына ышаныслы үрләнек.  Ул беҙҙе уҡырға, яҙырға, матур итеп шиғырҙар һөйләргә өйрәтте. Төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаштыҡ, экскурсияларға йөрөп, үҙебеҙгә бик күп файҙалы мәғлүмәт тупланыҡ. Әле лә уның фәһемле һәм матур дәрестәрен һағынып иҫләп алабыҙ.

Рәхмәт, Зөлфиә Әнәс ҡыҙы, беҙгә төплө белем биргәнегеҙ өсөн! Һеҙгә уңыштар һәм һаулыҡ теләйбеҙ.

 

Арина МӘРҘӘНШИНА, VII cиныф уҡыусыһы.

Туймазы районы, Өйәҙетамаҡ мәктәбе.

Тәүге уҡытыусым
Тәүге уҡытыусым
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: