+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Еңеүҙәргә дәртләндерә

Донъялағы иң изге һәм мөһим һөнәрҙәрҙең береһе – уҡытыусы! Беҙҙең Аҡъярҙағы 2-се мәктәптә бик күп тәжрибәле һәм яҡшы педагогтар эшләй.

Шулар араһында хөрмәт иткән уҡытыусыларымдың береһе  башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биреүсе Гөлфирә Эльбрус ҡыҙы Мөхәмәтшина тураһында әйтер һүҙем бар. Уның дәрестәре – бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле. Белем биреү менән берлектә, туған телебеҙҙе яратырға, хөрмәт итергә өйрәтә, телебеҙгә, илебеҙгә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһон тәрбиәләй! Гөлфирә Эльбрус ҡыҙы – асыҡ күңелле кеше, уға ҡасан мөрәжәғәт итһәң дә йылы һүҙен әйтергә, ярҙам ҡулын һуҙырға һәр саҡ  әҙер.

Уҡытыусым етәкселегендә район, республика, төбәк-ара,  Рәсәй кимәлендә үткәрелгән төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнашып, мәктәбемде призлы урындар менән данлап торам. Мәҫәлән, ошо арала Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова призына төбәк-ара йәш ижадсылар бәйгеһендә беҙ призлы урынға лайыҡ булдыҡ.
Төрлө конкурстарҙа әүҙемлегем, еңеүҙәрем өсөн, ғинуарҙа "Орленок” Бөтә Рәсәй балалар үҙәгенә юллама менән бүләкләнеләр. Диңгеҙ буйындағы лагерҙа бик ныҡ оҡшаны. Яңы дуҫтар табып, матур тәьҫораттар, дәрт, рух һәм көс алып ҡайттым! Миңә ҡанаттар биргән, туған телгә һөйөү тәрбиәләгән уҡытыусым Гөлфирә Эльбрус ҡыҙына рәхмәтлемен, алдағы эшендә яңы үрҙәр һәм уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйем!

 
Сәлим ҒӨБӘЙҘУЛЛИН, X синыф уҡыусыһы.

Хәйбулла районы,  Аҡъярҙағы 2-се мәктәп.

#уҡытыусыостазйәншишмә

Еңеүҙәргә дәртләндерә
Еңеүҙәргә дәртләндерә
Еңеүҙәргә дәртләндерә
Еңеүҙәргә дәртләндерә
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: