+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Спектаклдәр ҙә ҡуябыҙ

 Уҡытыусыбыҙ Гөлшат Сәлимйән ҡыҙы Торомтаеваны бик яратабыҙ. 

Спектаклдәр ҙә ҡуябыҙ
Спектаклдәр ҙә ҡуябыҙ

  Беҙҙең I синыфты 1 сентябрҙә мәктәптә ҡаршы алып, хәрефтәр танырға, ҡәләм алып яҙырға өйратте ул. Һәр дәресебеҙ күңелле, ҡыҙыҡ үтә.

Төрлө спектаклдәр ҙә ҡуябыҙ. Уҡытыусыбыҙ район музейына алып барып, ҡыҙыҡлы сәйәхәт тә ойоштора. Төрлө ярыштарҙа ҡатнашабыҙ. Гөлшәт Сәлимйән ҡыҙы бына инде 32 йыл беҙҙең шикелле кескәй генә уҡыусыларға белем бирә.

Беҙҙең синыфыбыҙ берҙәм, татыу ҙа. Сөнки уҡытыусыбыҙ үзенең эшен яратып башҡара. Беҙ тик тырышып уҡыясаҡбыҙ. Рәхмәт Гөлшат Сәлимйән ҡыҙына!

Мәҙинә ИСҠУЖИНА,

I "А" синыфы уҡыусыһы.

Хәйбулла районы,

Аҡъярҙағы 1-се мәктәп.

Спектаклдәр ҙә ҡуябыҙ
Спектаклдәр ҙә ҡуябыҙ
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: