-2 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Әнүзә Сабирйән ҡыҙына ҙур рәхмәтлебеҙ»

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әнүзә Шакированың тыуыуына – 70 йыл.

«Әнүзә Сабирйән ҡыҙына ҙур рәхмәтлебеҙ»
«Әнүзә Сабирйән ҡыҙына ҙур рәхмәтлебеҙ»

Әнүзә Сабирйән ҡыҙы Учалы районының Яңы Байрамғол мәктәбендә башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләй. 1996 йылда намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән исемгә лайыҡ була. Уның уҡыусылары, ауылдаштары, коллегалары Әнүзә апайҙы хөрмәт менән иҫкә ала. Шуларҙың береһе хеҙмәт ветераны Зилдә Мәүлитова үҙенең остазы, коллегаһы тураһында хәтирәләре менән бүлешә:

«Мин Әнүзә Сабирйән ҡыҙы Шакирова менән 1986 йылдар башында Байрамғол мәктәбенә практикаға килгәндә таныштым. Ул ваҡытта байрамғолдар иҫке мәктәптә уҡый ине. Башланғыс синыф уҡытыусылары Әнүзә Сабирйән ҡыҙы, Фәрхинур Мөхәмәтйәр ҡыҙы, Фәнидә Мөждәбай ҡыҙы, Нәйлә Хәйбулла ҡыҙы мине, үҙебеҙҙең яҡтың ҡыҙы, тип яратып ҡаршы алды. Тырыш, көслө белемле уҡытыусылар менән практика үтеүемә ҡыуанып бөтә алманым.

Шул йылдың сентябренән Һөйәрғол ауылында эш башланым. Ниндәй генә һорау, кәңәш кәрәк булһа ла, ошо апайҙарға таяндым. Әнүзә апай бигерәк тә ихлас күңел менән ҡаршы ала ине. «Эх, өйөм эргәлә генә түгел шул, бергәләп рәхәтләнеп сәй эсер инек», тип көйөнөп тә ала торғайны. Бар эшен ташлап мине ихлас тыңлар, йәһәт кенә бер ҙә аптырамай ғына кәңәштәрен бирер ине, шул арала үҙе йырлап та ебәрер, тыпырлатып, өйрөлөп бейеп тә күрһәтер ине... Бай һәм тәжрибәле уҡытыусынан кәрәкле кәңәштәрҙе алғас, дәртләнеп эшемә ҡайтыр инем. Уның кәңәштәренә таянып, өлгө алып, балаларға кәрәкле белем бирҙем.

Мәҫкәү мәктәбендә уҡытыу эшен дауам иттем. Был апайҙар менән бәйләнеш өҙөлмәне, йыш ҡына осрашып торҙоҡ. Асыҡ дәрестәр һәр мәктәптә үткәрелә килде. Әйтергә кәрәк, мәктәптәр һәр ауылда эшләне.

Әнүзә Сабирйән ҡыҙының дәресен ныҡ яратып ҡарай инем. Ул беҙҙең алда балаларына белем биреп кенә ҡалманы, ә үрнәк дәрестәр күрһәтеп, уҡытыусыларҙы телһеҙ ҡалдырҙы, бер үк ваҡытта беҙҙе лә, йәш уҡытыусыларҙы, уҡытты. Анализ дәфтәрҙәренә өлгөлө дәрестәр яҙып ултырыр инек, бай дәрестәр алып ҡайтыр инек.

Ә инде үҙе беҙҙең асыҡ дәрестәрҙе ҡарарға килһә, түҙеп кенә тор: тураһын әйтеп, дөрөҫөн һөйләп, артабан нисек эшләргә кәңәштәрен биреп, арҡанан дөпөлдәтә һөйөп, береһен дә үпкәләтмәй генә, үҙенсә яратып, дәрескә анализ яһап ҡуйыр ине. Маҡтап, йылы һүҙен йәлләмәй, йәштәргә дәрт өҫтәп ҡайтты.

Мин Әнүзә апай әйткән хаталарҙы төҙәтеп, уның һымаҡ күп белергә, тура һәм дөрөҫөн әйтергә өйрәнеп алдым. Уҡытыу эшемә ныҡ ярҙам итте ул.

Башҡорттоң һәр байрамы сәй эсеү менән, күңел асыу менән тамамлана, тигәндәй, Әнүзә апай һәр асыҡ дәресте байрамға әйләндереп ебәрер ине. Шундай ҙур талант эйәһе булды. Дәрес аҙағында тәмле сәй эсеүҙәр мәлендә һәр бер башланғыс синыф уҡытыусыһы үҙенең талантын күрһәтергә тейеш ине. Йырлай белмәйем, тигәнде йырлатып, бейей белмәгәнде бейетеп ҡуйыр ине... Ул ваҡытта һәр оло уҡытыусы мандолинала уйнаны, байрамғолдарҙың үҙҙәре менән мандолиналарын йөрөткән саҡтары ла булды. Дәрес аҙағында уҡытыусылар менән уйындар ойоштора инек. «Мөғжизәле ялан», «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» уйындарын үҙ иттек. Һәр береһе үҙенең белемен тикшереп, еңеп, бүләк алып, бай тәжрибә туплап, үҙ мәктәптәренә таралашырҙар ине.

Уның йәшәгән йортонда ла ҡунаҡ булырға тура килде. Тәмле аштары менән беҙҙе һыйлап, алсаҡ йөҙлө, йор һүҙле Әнүзә апайыбыҙ башҡорт йырҙарын йырлап, күңел биреп бейеп беҙҙе ҡыуандырғайны.

Беҙ, башланғыс синыфтар уҡытыусылары, иң мөһиме, башҡорт йолаларын асыҡ сараларға кереттек. Әнүзә апай минән яңы йолалар һорай торғайны, сценарий әҙерләүҙе ышанып тапшырҙы. Тәүҙә был эште Әнүзә Сабирйән ҡыҙы үҙе башлап ебәрҙе. Башҡорт милли кейемдәрендә Байрамғол уҡытыусыларын күреү үҙе бер бәхет ине. Мандолина ҡылдарын сиртеп, йырлап ебәреүҙәре ни торҙо, күңелдәре ташып, бейеү менән төрлө йолаларҙы өлгө итеп күрһәттеләр. Башланғыс синыф уҡытыусыларының методик ойошмаһы етәксеһе булараҡ, ниндәй генә уҡыу эшендә яңылыҡтар керетелмәһен, ниндәй генә бурыстар йөкмәтмәһендәр, Әнүзә Сабирйән ҡыҙы «һә» тигәнсе беҙҙе йыйып алып, таныштырып, яңы белем алыу талаптарын күрһәтеп торҙо.

Донъянан бер ҙә артта ҡалманыҡ, уҡыусыларыбыҙ яңы уҡыу талаптарын тиҙ төшөндө, бар ауырлыҡтарҙы еңә барҙы, уҡыу йорттарына инә барҙы. Был өлкәлә беҙ Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ булған Әнүзә Сабирйән ҡыҙы Шакироваға ҙур рәхмәтлебеҙ. Ул беҙҙе алға әйҙәне, үҙе нисек ғаиләһе менән матур йәшәне, нисек дәртле булды, нисек эшен яратты, нисек бала йәнле булды – барыһын да беҙгә өйрәтте, бай ҡомартҡы ҡалдырҙы.

Хаҡлы ялға сыҡҡас, Ҡәйепҡол ауылында ағинәй булып йөрөүе, уның итәғәтле булыуы, белем кимәле, намыҫсанлығы менән ауылдаштары араһында хөрмәткә ҡаҙаныуы, уҡытыусы абруйы менән районды байытып йәшәүе, йәмғиәтебеҙҙең рухи байлығы булыуы менән айырылып торҙо ул. Әнүзә Сабирйән ҡыҙының эше, холҡо, ҡылыҡтары беҙҙә ҡалды, беҙ, башланғыс синыф уҡытыусылары, шундай бөйөк шәхес менән эшләүебеҙгә ғорурланырға, маҡтанырға, өйрәнергә бурыслыбыҙ».

 

Фото: vk.com

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: