Йомғаҡлау туры октябрҙә Мәскәүҙә уҙасаҡ. Ситтән тороп үткәрелгән этапта 11 мең 115 педагог ҡатнашҡан. Ә ярымфиналда 140 уҡытыусы онлайн оҫталыҡ дәресе үткәргән һәм педагогик мәсьәләләр сискән.
Конкурс быйыл Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә үтә.
Әйткәндәй, Юлиә Наил ҡыҙы 2022 йылда "Уҡытыусы өлөшө" Бөтә Рәсәй конкурсында абсолют еңеүсе булып, төп бүләк - 600 мең һумды алғайны. Быйылғы конкурстың алдағы этаптарында ла уға уңыш теләйбеҙ.
Фото: education.bashkortostan.