+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
23 Май 2021, 06:34

Юғалғандар ҙа табылмағандар....

Иртәгә Мәскәүҙең бер йортонда урам рәссамы Покрас Лампас яһаған граффити асыласаҡ. Унда юғалып, ошоғаса табылмаған балаларҙың исем-шәрифтәре лә бар. 25 майҙа Бөтә донъя юғалған балалар көнө билдәләнә.

Был күңелһеҙ дата тәүҙә Америка Ҡушма Штаттарында 1983 йылда үткәрелә. 1979 йылда мәктәптән ҡайтышлай юғалған малай менән бәйле ул. 6 йәш кенә булһа ла, ул уҡыуға бер үҙен ебәреүҙәрен үтенә. Әммә дәрестәрҙән һуң өйөнә ҡайтмай. Әсәһе, әлбиттә, саң ҡаға. Аҙналар буйы 100-ҙән ашыу полиция офицеры, ирекмәндәрҙең эҙләмәгән ере ҡалмай, әммә малай табылмай. Күпме хәсрәт, ҡайғы ата-әсә өсөн. Шулай ҙа был фажиғәнән һуң 33 йыл (!) үткәс, 2012 йылда 51 йәшлек енәйәтсе тотола. Уның ҡатыны, ҡыҙы була. Таныштарына йәш сағында насарлыҡ ҡылыуы, бер баланың ғүмерен ҡыйыуы тураһында әйтеп һала. Аноним шылтыратыу буйынса хоҡуҡ һаҡсылары уның эҙенә төшә. Бәләкәй генә аҙыҡ-түлек магазинында эшләгән 19 йәшлек егет сағында малайҙы, газлы һыу бирәм, тип әүрәткән. Шунан подвалға алып төшөп быу­ған…
Енәйәтселәр бөгөн дә кәнфит биреп, көсөк күрһәтәм, уйынсыҡ һатып алам, тиеберәк кескәй балаларҙы алдата, аҙаҡ үҙе менән эйәртеп алып китеүе бар. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, 50 баланың берәүһе генә сит кешегә ышанмай икән. Был турала онотмайыҡ. Кескәйҙәр урамда аҙаш­һа, нимә эшләргә кәрәклеген дә атай-әсәйҙәр өйрәтергә тейеш. Иң мөһиме, торған урыныңдан алыҫ китмәҫкә, телефоның булмаһа, ҡысҡырырға. Яҡында полиция будкаһы бар икән, шунда мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ҡалала ғына түгел, ауыл-ҡасабаларҙа ла уйнарға йәки магазинға сыҡҡан арала ғына юҡҡа сығыусылар күп. Тимәк, һәр саҡ һаҡ булырға, өлкәндәр улдарын, ҡыҙҙарын күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тейеш. Хоҡуҡ белгестәре әйтеүенсә, бала ҡайтмай икән, тиҙ арала полиция хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итергә кәрәк. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына, «Юғалған балаларҙы эҙләү» ойошмаһына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Балиғ булмағандарҙың юғалыуы, улар­ҙы урлау осраҡтары – ғәҙәттән тыш хәл. Үҫмерҙәр­ҙең өйҙән китеүе күберәк ата-әсәләр менән аңлашмаусанлыҡ, тиҫтерҙәре менән бәхәстәр, мәктәп шарттарына яраҡлашыу, ата-әсәләрҙең үҙ-ара талашыуы, үҫеү осорондағы психик үҙгәрештәр менән бәйле.
Ҡайһы саҡта балаларҙың үҙҙәрен генә уйлап өйҙән ҡасыуы борсоуға һала. Ә яҡындары өҙгөләнә, эҙләй. Бер аҙҙан уларҙың ҡайҙалыр күңел асып йөрөгәнлеге асыҡлана.
Иң ҡурҡынысы: юғалған балаларҙың енәйәтсе ҡулынан ғүмере өҙөлөүе. Шуға күрә шик тыуыу менән, ҡайтыр әле, тип көтөп ултырмай, мөмкин тиклем тиҙерәк тейешле урынға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
"ЛизаАлерт" ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса 2020 йылда Рәсәйҙә 18 йәшкә тиклемгеләрҙең юғалыуы тураһында 6 мең 500 ғариза теркәлгән. 5 мең 730 бала тере килеш табылған. Ә ҡалғандары?..Урлайҙар, бикләп тоталар, үлтерәләр.
"ЛизаАлерт" ҡотҡарыу-эҙләү ойошмаһының координаторы Леонов Олег Леонов белдереүенсә, балалар юғалыуы өлкәндәрҙең яуаплылығында. Иғтибарлыраҡ, аңлыраҡ булғанда, бындай фажиғәләр күпкә әҙерәк булыр ине.
Фото kaluganews.com сайтынан.
Читайте нас: