+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
27 Май 2021, 12:05

Йәйебеҙ хәүефһеҙ үтһен

Йәйге ял етергә әҙ генә ваҡыт ҡалды. Күптәр өсөн каникул башланды ла инде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оҙайлы ял осоронда атай-әсәйҙәре эштә булыу сәбәпле,ҡайһы бер балалар өйҙә яңғыҙ йә туғандары менән ҡалырға мәжбүр. Шуға күрә ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә, һәр ваҡыт һаҡ һәм уяу булырға саҡырабыҙ. Сөнки бәлә аяҡ аҫтында икәнде барыбыҙ ҙа беләбеҙ.

Янғындар тураһында әйтеп үтмәү мөмкин түгел. Күп осраҡта был бәлә электр сымдарының төҙөк булмауы арҡаһында килә. Шырпының нимә өсөн тәғәйенләнгәнен белмәү ҙә янғын сығыуға сәбәп була.Ә ул уйынсыҡ түгел! Шулай уҡ электр приборҙары, газ плитәһе менән дә һаҡ эш итеү кәрәклеген барыбыҙ ҙа белә. Урманда усаҡ яғыуҙың үҙ ҡағиҙәләре бар.
Һыу ингәндә лә һаҡ булығыҙ, тип тағы бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ, дуҫтар! Ярамаған, үҙегеҙ белмәгән урындарҙа һыу инмәгеҙ. Бәләкәй балалар бер ҙә өлкәндәрҙең күҙ уңынан ысҡындырылмаһын ине.
Йәй көнө юл ҡағиҙәләренә каникул юҡ икәнен онотмайыҡ. Һаҡланғанды Алла һаҡлар, тиҙәр.
Шулай уҡ ваҡыт күплектән файҙаланып, интернетта күп ултырмаҫҡа кәңәш итәбеҙ. Унда нимә генә юҡ: насар төркөмгә йәлеп итеүҙәре, мутлашыуҙары бар. Быны иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Яңыраҡ үткәрелгән һораулама һөҙөмтәләренән күренеүенсә, беҙҙең илдә атай-әсәйҙәрҙең 47 проценты әленән-әле балаларының сәхифәләрен тикшереп тора, 27 проценты быны даими рәүештә эшләй,ә 26 проценты кәрәк тип тапмай икән. Улар балалары менән көн дә һөйләшеп торһон ине.
Ул-был була ҡалһа, нимә эшләргә, кемгә мөрәжәғәт итергә? Бәләкәйҙән өйрәтергә кәрәк. Мәҫәлән, өйҙә янғын сыҡһа, карауат аҫтына ҡасып ҡотолорға мөмкин, тип хаталы уйлаған балалар бар бит.
Һүрәттә ашығыс ярҙам телефондары һандарын тәҡдим итәбеҙ.
Фото интернеттан.
Читайте нас: