+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
1 Июнь 2021, 11:50

Тағы ла шул футбол ҡапҡаһы...

Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһының Октябрь районында бер күңелһеҙ осраҡ теркәлде.

Был бәлә шул футбол ҡапҡаларының тейешле итеп урынлаштырылмауынан килеп сыға. 12 йәшлек малай йорт алдындағы майҙансыҡта уйнап йөрөгәндә, тимер ҡапҡаға ҡулы менән эленеп торған, һөҙөмтәлә, тегенеһе сайҡалып киткән дә баланың өҫтөнә ауған. Әлеге көндә үҫмер ҡала дауаханаларының береһендә медицина ярҙамы ала. Хәҙер инде уйын майҙансыҡтарында хәүефһеҙлек талаптарының үтәлеше өсөн яуап биргән хеҙмәттең эшен тикшерәләр. Бына шулай, дуҫтар, йәй күңелле мәл, әммә юҡтан ғына бәлә сығырға ғына тора. Һаҡ булығыҙ!
Фото: vesti.ru
Читайте нас: